Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2022, 08:31

Чиновникҡа биргән бүләк нисә һумлыҡ булырға тейеш?

Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр министрлығы чиновниктарҙың бүләктәре менән эш итеү тәртибен раҫланы. Был турала тулыраҡ сайтта.

Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр министрлығы чиновниктарҙың бүләктәре менән эш итеү тәртибен раҫланы

Һәр бүләк тураһында хәбәр итергә, ә хаҡы 3 мең һумдан ашыулыҡ бүләкте һатып алырға кәрәк. Йәғни экспертиза үткәрелә, уға ярашлы 3 мең һумдан осһоҙораҡ бүләк хужаһына кире ҡайтарыла.

Хаҡы өс мең һумдан ашыуыраҡ булған бүләк Башҡортостандың Дәүләт мөлкәте реестрына, әгәр ул ҡиммәтле металдар йәки аҫылташтар ҡулланып эшләнгән икән, Рәсәйҙең Дәүләт фондына күсерелә.

Ҡыйбатлы бүләкте һатып алырға ла рөхсәт ителә. Әгәр һатылмаһа, ведомство бүләкте ҡабаттан һатыуға сығарырға, хәйриәлеккә йүнәлтергә мөмкин.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: