Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2022, 14:05

"Конгресс" паркында - ретро автомобилдәр

Өфөлә ошо көндәрҙә ҙур сара – “Транспорт һәм төҙөлөш” беренсе халыҡ-ара конгресы бара.  

"Конгресс" паркында - ретро автомобилдәр
"Конгресс" паркында - ретро автомобилдәр

Бөгөн, 20 сентябрҙә, Өфөлә автомобилдәр күргәҙмәһе эшләй башланы.

Өфөләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы ҡаланың Рубежная урамы, 178 адресы буйынса урынлашҡан “Конгресс” паркына саҡырабыҙ.  

Бында  ретро автомобилдәрҙән торған күргәҙмә ойошторолған. Рәсәй менән Беларусь компаниялары етештергән махсус техниканы, шул иҫәптән, квадроциклдарҙы, квадрокоптерҙарҙы һәм вертолеттарҙы ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы гастрофестиваль һәм шоу-программа көтә. Унда беҙҙең коллектив һәм Беларусь артистары сығыш яһаясаҡ.

Майҙансыҡ 23 сентябргә хәтлем эшләй. Инеү ирекле.

Фото: https://mgazeta.com/

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: