Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2022, 08:39

Зыяратта мал йөрөргә тейешме?

Тереләрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Ысынлап та, хаҡ әйтелгән һүҙҙәр. Был фани донъяла изгелек ҡылып, сауаплы эштәр башҡарып, мәңгелек йортҡа күскәндәрҙе иҫкә алып, зыярат ҡылыу беҙҙең бурыс булып тора.

Зыяратта мал йөрөргә тейешме?
Зыяратта мал йөрөргә тейешме?

Ҡайһы ғына ауылды алһаң да, һәр ауыл эргәһендә баҡыйлыҡҡа күскәндәр өсөн зыярат урынлашҡан. Шөкөр, беҙҙең районда мәңгелек йорттарҙы тәрбиәләү буйынса эштәр башҡарылып тора. Кәртәләү булһынмы, таҙартыу булһынмы.

Шулай ҙа көйөк булып торғандары ла бар. Һүҙ Күгәрсен ауылы ҡәберлеге тураһында. Бында әлеге ваҡытта подрядсылар ҡәберлекте кәртәләү буйынса эш башлағандар ҙа ташлағандар.

Кәртәләүҙәр алынған, ауыл халҡының малы ҡәберҙәр өҫтөнән тапап йөрөй. Әгәр, халыҡты ышандырып, үҙ өҫтәренә был эште алғандар икән, тимәк,  аҙағына ла алып барып еткерергә бурыслылар.

Күгәрсен халҡы үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған подрядсыларҙан яуап көтә.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: