Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2022, 16:27

Башҡортостанда мобилизацияланған яҡташыбыҙҙы кире ҡайтарғандар

Уның өс балаһы бар, өҫтәүенә оло йәштәге әсәһен ҡарай.

Башҡортостанда мобилизацияланған яҡташыбыҙҙы кире ҡайтарғандар
Башҡортостанда мобилизацияланған яҡташыбыҙҙы кире ҡайтарғандар



Уға "Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты" ҡарамағындағы яңылыш хәрби хеҙмәткә алынғандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре булышлыҡ иткән.

Әле Стәрлебаш районынан 44 йәшлек Рафаэль Богданов өйөнә ҡайтып килә, военкоматтың хатаһы төҙәтелгән.

27 сентябргә көндөҙгө сәғәт 4-кә үҙәккә 620 мөрәжәғәт килгән, шуның 18-ен тикшерәләр. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин һүҙҙәренсә, тикшереүгә алынған ғаризаларҙың һаны үҙгәреп тора, әлеге ваҡытта улар 15-кә яҡын.

Мөрәжәғәттәрҙең 70% - мобилизацияланған граждандарҙың йәшенә, ә 20% яҡыны һаулыҡ торошона ҡағыла.

Виталий Брыкин әйтеүенсә, мобилизация тураһында федераль законда 35 йәштән өлкән рядовойҙар өсөн сикләү юҡ, бындай сикләү Оборона министрлығы тәҡдимдәрендә генә яҙылған.

Һылтанма - Башҡортостан Республикаһы I Халыҡ фронты.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: