Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2022, 15:33

Беҙ күпме?

"Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу - 2020" һөҙөмтәләре билдәле булды.  2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре килтерелгән статистика бюллетенендә яҙылыуынса, Башҡортостанда барлығы 4 091 423 кеше йәшәй, уларҙың   1 931 622-һе ир-егет, 2 159 801-е ҡатын-ҡыҙҙар. Ә Ейәнсура районында... 

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 15 сентябренән 14 октябренә тиклем уҙғарылды. Бар мәғлүмәт 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата иҫәпкә алынған.

2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 2002 һәм 2010 йылдарҙағы иҫәпкә алыуҙағы кеүек үк даими халыҡ иҫәбе алынды. Был даими йәшәү урыны Рәсәй Федерацияһында булған кешеләр.

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре килтерелгән статистика бюллетенендә яҙылыуынса, Башҡортостанда барлығы 4 091 423 кеше йәшәй, уларҙың   1 931 622-һе ир-егет, 2 159 801-е ҡатын-ҡыҙҙар. Ә Ейәнсура районында 24 522 кеше бар, 12 015-е көслө заттар, 12 507-һе гүзәл заттар. Был 2010 йылғы иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре менән сағыштырғанда күпкә әҙ, ул ваҡытта беҙҙең районда 27626 кеше йәшәгән.

Шул уҡ ваҡытта район үҙәгендә халыҡ һаны артҡан – 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата барлығы 7682 кеше йәшәй, 2010 йылғы иҫәп алыуҙар буйынса 7418 кеше булған.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: