+26 °С
Болотло
Кисә, 27 сентябрь, мобилизацияланып, Пензаға юл алған егеттәребеҙ барып еткән. Бөгөн улар 20 көн хәрби күнекмәләр үтәсәк урындан сәләмдәр ебәрә.
-Һәйбәт килеп еттек, урынлаштыҡ. Әлегә үҙебеҙ алған, биргән "ҡоро паек" менән туҡланабыҙ. Бөгөн кистән киске аш бирә башлаясаҡтар. Форма иртәгә вәғәҙәләнеләр, - тиҙәр егеттәр.
Иҫән-һау йөрөп ҡайтырға яҙһын егеттәр!
Ә фото өсөн иҙәштәргә ҙур рәхмәт!