Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2022, 12:09

Запастағы офицерҙар хәрби әҙерлек үтеү урынына юлланды

Өфө ҡалаһының йыйылыу пунктынан өлөшләтә мобилизацияланырға тейешле запастағы офицерҙарҙың бер төркөмө хәрби әҙерлек урынына юлланды. Улар араһында хәрби кафедраларҙы тамамлағандар ҙа, Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә офицер булып хеҙмәт иткәндәр ҙә бар.

Мобилизацияланғандарҙы оҙатыу тантанаһында Башҡортостан хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы, полковник Сергей Нетунаев, һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Радик Ғәбиҙуллин, шулай уҡ дини конфессия вәкилдәре ҡатнашты.

«Үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы хәрби яҡтан яҡшы итеп әҙерләүегеҙҙе теләйем. Иң мөһиме – тыуған республикабыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ», – тине полковник Нетунаев.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: