Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь , 17:21

Минфин России рассказал журналистам ПФО о программе долгосрочных сбережений

Бөгөн Рәсәйҙең Финанс министрлығы банктағы оҙайлы тупланмалар программаһы  буйынса аңлатыу мәғлүмәт-аңлатыу эшен маҡсат итеп ҡуйған семинар-кәңәшмә үткәрҙе.

Минфин России рассказал журналистам ПФО о программе долгосрочных сбережений
Минфин России рассказал журналистам ПФО о программе долгосрочных сбережений

Семинар-кәңәшмә видеоконференция рәүешендә Рәсәй Банкының Нижегородка өлкәһе үҙеге булған Түбәнге Новгородтағы бүлексәһенән алып барылды. Белгестәр аңлатыуынса, был программаға инеү банкта аҡса тупланмаһының тейелмәҫ булыуын гарантиялап ҡына ҡалмай, ә оҙайлы ятҡан тупланмаға дәүләт тә күпмелер сумма өҫтәй. Был сумма 104 мең һумға етергә мөмкин.

Оҙайлы аҡса тупланмаһы программаһының өҫтөнлөктәре нимәлә? 1) 15 йыл эсендә аҡсаға хәүефһеҙлек “мендәре” булдырыу, ҙур сумма туплау йәки буласаҡ пенсияға өҫтәмә килем яһау; 2) программа буйынса тупланғана ҡсаны 15 йылдан һуң йәки ҡатын-ҡыҙ – 55 йәшкә, ир кеше 60 йәшкә еткәс тотона башлау; 3) дәүләттән йылына 35 мең һумға саҡлы финанслашыу ярҙамы алыу; 4) йылына 52 мең һумға саҡлы һалым ташламаһына эйә булыу; 5) тупланыу осоро ваҡытында уҡ 100 процентын да мираҫ итеп алыу; 6) ҡатмарлы хәл тыуған осраҡта 100 процентына саҡлы ҡиммәтле дауаланыуға тотоноу.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2024-06-10/ni-tiklem-o-aylyra-bul-a-shul-sa-ly-otoshlora-3805258?ysclid=lx8y1hx0og284276372
Автор:
Читайте нас: