Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
22 Ноябрь 2017, 17:10

ҠАБЫҠҺЫҘ ЙОМОРТҠА - ХУЖАБИКӘ ҒӘЙЕБЕ

Тауыҡтарым йыш ҡына йомшаҡ ҡабыҡлы йомортҡа һала. Өҫтәүенә уларҙы шунда уҡ үҙҙәре ашай башлай. Был ниңә шулай икән?

“Тауыҡтарым йыш ҡына йомшаҡ ҡабыҡлы йомортҡа һала. Өҫтәүенә уларҙы шунда уҡ үҙҙәре ашай башлай. Был ниңә шулай икән?”
Хужабикәләрҙең һорауына район ветеринар станцияһының әйҙәүсе белгесе М. Вәлиева яуап бирә:
“Йомортҡалар ҡаты тышлы булһын өсөн тауыҡ файҙалы аҙыҡ-түлек ашарға тейеш. Насар, йоҡа ҡабыҡлы йомортҡалар иң элек аҙыҡтың сифатһыҙ булыуы хаҡында һөйләй. Был билдәләр аҙыҡта кальций, фосфор, шулай уҡ марганец, цинк, йод, тимер һәм кобальт кеүек микроэлементтар булмағанлыҡты күрһәтә. Д витамины булмау ҙа ҙур роль уйнай.
Әгәр ҙә файҙалы элементтар аҙыҡ-түлек менән инмәһә, организм уны һөйәктән ала башлай. Был иһә организмды хәлһеҙләндерә. Йыш ҡына тауыҡтарҙың тәпейҙәре лә шуға бөтә. Эзбиз, һөйәк оно, аҡбур кальций сығанаҡтары булып тора. Фосфор менән калийҙы һөйәк ононан һәм йомортҡа ҡабығынан алып була. Д витамины иһә балыҡ майында була, ул дарыуханала һатыла. Ғәҙәттә ҡояшта аҙыраҡ булған, кетәклектә ябылып торған тауыҡтар насар ҡабыҡлы йомортҡа һала. Иректә йөрөгәндә кәрәкле витаминды тауыҡ үҙе лә эҙләп таба.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Йоҡа тышлы йомортҡаларҙы һимергән тауыҡ та һала. Уларҙың хәлһеҙләнгән мускулдары йомортҡаның өлгөрөүен көтөп тора алмай. Йомортҡа һала торған тауыҡтарҙы һимертмәҫ өсөн уларға һоло, көрпә, мал сөгөлдөрө, үлән оно бирергә кәрәк.
Читайте нас: