Бүләк һайлағанда, этикеткаға иғтибар итергә, унда тауарҙың етештерелгән көнө һәм урыны, аҙыҡ ҡиммәте, составы, һаҡлау шарттары), яраҡлылыҡ ваҡыты, ауырлығы, етештереүсенең адресы һ.б. мәғлүмәттәр күрһәтелергә тейеш. Санитар нормалар буйынса, аҙыҡ-түлек йыйылмаһында төшлө өрөк, арахис, алкоголь ҡулланып яһалған тәм-томдар, шулай уҡ карамель, кремлы пирог һәм йогурт, һағыҙ булмаҫҡа тейеш. Уйынсыҡтар һалған осраҡта, улар махсус төргәктә булырға тейеш. Һатып алыусы магазиндан продукцияның сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс түгеллеген раҫлай торған документ талап итә ала.