– Банк картаһынан икенсе кешенең картаһына аҡса күсергән өсөн һалым һалынасаҡ, тигән хәүефле хәбәрҙәр йөрөй. Шул дөрөҫмө? Мәҫәлән, мин дуҫыма ҙур ғына бурысымды карта аша күсерһәм, ул табыш алған булып иҫәпләнеп, һалым түләргә тейеш булып сығамы?
– Был мәғлүмәтте инҡар итеп, кешеләрҙе тынысландырырға ашығабыҙ. Ғәмәлдә иһә, үҙгәрештәр ҡиммәтле металдарҙағы иҫәптәргә ҡағыла. Бығаса банкылар һалым органдары һораған саҡта аҡса иҫәптәре, вкладтар, уларҙа ҡалған сумма, күскән аҡса тураһында белешмәләр ебәреп торһа, 2018 йылдың 1 июненән ҡиммәтле металдарҙағы иҫәптәр буйынса ла мәғлүмәт бирергә тейеш. Ләкин бының өсөн етди нигеҙ – кешенең үҙ табышын һалым һалыуҙан йәшереүе хаҡында тикшерелгән тулы мәғлүмәт булыуы кәрәк. Шуға күрә һалым органдары банкыларҙан бөтә кеше хаҡында ла ундай белешмә таптырыр, тип борсолорға түгел.
– Пенсия алды йәшендәгеләргә һалым льготалары һаҡланамы?
– Эйе, һаҡлана. Дәүләт Думаһы пенсия алды йәшендәге рәсәйҙәр өсөн мөлкәт һалымдары льготаларын һаҡлаған закон ҡабул итте. Документты парламенттың түбәнге палатаһына Владимир Путин индерҙе.
Проектҡа ярашлы, пенсия йәшен арттырғандан һуң да ер һәм милек һалымы буйынса федераль льготалар һаҡлана. Улар пенсияға сыҡҡас түгел, ә ағымдағы пенсия йәшенә еткәс күрһәтелә. Был 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 60 йәшкә еткән ир-егеттәргә льготалар алырға мөмкинлек бирергә тейеш.
Һалымдарҙы 3 декабргә тиклем түләргә онотмағыҙ!
Ваҡытында өлгөрөү хәйерлерәк
– Нимә өсөн һалым түләйҙәр? Декларацияны тапшырмаһаң, ни була?
“Яҡшы һалым булмай”, – тип әйтеп ҡалдырған Уинстон Черчилль. Был фекер менән гәзит уҡыусылар ҙа килешмәй ҡалмаҫ, моғайын. Әммә һәммәбеҙ ҙә һалым түләргә бурыслы. Әйҙәгеҙ, түбәндә нимә өсөн икәнлеген асыҡлайыҡ.
Килемдән 13 процент тотоп алып ҡалына. Єгәр рәсми рәүештә эшкә урынлашһағыҙ, ойошмағыҙ хеҙмәт хаҡығыҙҙан һалымды үҙаллы тотоп алып ҡалырға, түләргә һәм был хаҡта инспекцияға мәғлүмәт бирергә тейеш.
Йыл дауамында 4 мең һумдан ашыу аҡса йәки ҡиммәтле бүләк отһағыҙ, һалым түләү кәрәклеге хаҡында онота күрмәгеҙ. Ставка күләмдәре төрлө. Мәҫәлән, ойоштороусы реклама сифатында машина тәҡдим иткән һәм уны тап һеҙ эләктергәнһегеҙ икән, автомобилдең баҙарҙағы хаҡының 35 процентын дәүләткә түләргә бурыслыһығыҙ. Әгәр отош икенсе маҡсатта үткәрелһә, һеҙ түләйәсәк һалым күләме – 13 процент.
Күсемһеҙ милкен ҡуртымға биреүселәр ҙә табыштың 13 процентын дәүләткә күсерергә бурыслы. Әгәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙегеҙ иҫәпләшһәгеҙ, был сумманы өйөгөҙҙә йәшәгәндәр түләгән хаҡҡа өҫтәй алаһығыҙ.
Фатиры йәки йорто булғандарҙың барыһы ла һалым түләй. Уның күләме күсемһеҙ милектең инвентаризация хаҡына ҡарап билдәләнә.
Автомобиле, мотоциклы, мотороллеры, катеры, ҡаргиҙәре йәки моторлы кәмәһе булғандар транспорттың категорияһына, двигателенең ҡеүәтенә һәм “йәшенә” ҡарап түләй.
Ћалым күләме ер участкаһының кадастр хаҡына ҡарап билдәләнә. Инспекторҙарҙың иҫкәртеү хаты ебәреп, үткән өс йыл өсөн аҡса түләтеүе ихтимал. Єгәр унан алдараҡ бурысығыҙ тураһында ҡағыҙ килмәгән булһа, һалым түләүҙе талап итә алмайҙар.
Кемдәр декларация тултырырға тейеш?
Апрель аҙағына тиклем түбәндәгеләр һалым түләргә бурыслы:
- эшҡыуар, нотариус, үҙ бүлмәһен булдырған адвокат;
- мөлкәт, мәҫәлән, торлаҡ, дача, еңел машина, алтын, картина, акция һатыусылар;
- гражданлыҡ-хоҡуҡи договорҙар буйынса килем алыусылар. Мәҫәлән, ниндәйҙер хеҙмәт күрһәткәндәр һәм бының өсөн һалым түләмәгәндәр;
- Рәсәйҙән ситтәге сығанаҡтарҙан килем алыусылар.
Декларацияны тултырмаған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Ћалым түләмәһәгеҙ, штраф сәпәйәсәктәр. Бынан тыш, сит илгә сығыуҙы сикләүҙәре, һалымды эш хаҡығыҙҙан тотоп ҡалыуҙары, хатта милкегеҙгә опись яһауҙары ихтимал.
Ҡайһы осраҡта түләмәҫкә мөмкин?
Ташламаларға хоҡуғығыҙ булһа. Былар хаҡында һалым инспекцияһына барып белешергә кәрәк. Әгәр түләмәү мөмкинлеге бар икән, ғариза яҙырға тейешһегеҙ. Сетерекле хәл килеп сыҡҡанда, мәҫәлән, еңел машинағыҙ урлап алып кителгән тип иҫәпләнһә, транспорт һалымын түләргә кәрәкмәй. Әгәр талап итәләр икән, һалым инспекцияһына аңлатма яҙығыҙ. Тикшерерҙәр, асыҡларҙар.
Милекте алғанға ҡарағанда осһоҙораҡҡа һатһағыҙ, йәғни табыш булмаһа. Әйткәндәй, һалым түләү талап ителмәгән суммалар ҙа бар. Мәҫәлән, 1 миллион һумға һатылған торлаҡ йәки 250 мең һумға тәҡдим ителгән автомобиль.