+9 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
12 Июль 2019, 11:40
Колбасаң да кәрәкмәй
Һорау-яуап "Бер ҡунаҡта тауыҡ итен колбаса һымаҡ телемләп киҫеп ултыртҡандар ине. Бик тәмле булды, оҡшаны. Шуны нисек эшләгәндәр икән?"
Һорау-яуап
"Бер ҡунаҡта тауыҡ итен колбаса һымаҡ телемләп киҫеп ултыртҡандар ине. Бик тәмле булды, оҡшаны. Шуны нисек эшләгәндәр икән?"
Уның рецебы бик ябай: тауыҡтың түш итен һөйәгенән айырып алабыҙ. Яҡшылап һалҡын һыу менән йыуғас, бер аш ҡалағы тоҙ һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡойоп, 1-1,5 сәғәт тоҙло һыуҙа тотабыҙ. Унан алғас, ентекле сайҡатабыҙ ҙа ҡағыҙ таҫтамалға һыуын һарҡытырға һалабыҙ. Һарҡҡас, маринадта әйләндереп тотоп алабыҙ, иттең араһына һарымһаҡ та ҡыҫтырғылап ебәрһәң, сәпсим тәмле була! Маринад өсөн: 1 аш ҡалағы үҫемлек майына ҡара һәм ҡыҙыл борос һалып болғайбыҙ. Махсус тәмләткес үлән өҫтәргә лә була. 250 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә (духовкала) 15-20 минут тотабыҙ ҙа һүндерәбеҙ. Духовка һыуынғансы асмайбыҙ. Яҡынса 6 сәғәт ваҡыт үтә. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша