Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
8 Ноябрь 2019, 01:25

Мәүлит кисе 2019

Быйыл Мәүлит кисе ҡасан була? Ул турала күберәк белергә ине... Редакцияға шылтыратып, шулай һоранылар. Яуапты интернеттан алған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп бирәбеҙ.

Быйыл Мәүлит кисе ҡасан була? Ул турала күберәк белергә ине...


Редакцияға шылтыратып, шулай һоранылар. Яуапты интернеттан алған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп бирәбеҙ.


Рабиғел әүүәл айының 12-се көнө, Мәүлит кисе – ислам донъяһында оло шатлыҡ, бөтә донъя мосолмандары өсөн мөбәрәк көн. Быйыл был изге көн 8 ноябргә тура килә.


Был көндө изге ғәмәлдәр менән үткәрәйек!

Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис - сәләм Миләди иҫәп менән 571-се йылда Рәбиғел әүүәл айының 12 - һендә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата - әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр - Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, 6 йәшендә әсәһе лә вафат була. Малай әсә наҙы күрмәй етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе , халыҡ араһында абруйлы, ышаныслы ир булып үҫә.

Мәүлит , Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған көн – Ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә Рәсуллуллаһ йәшәгән замандар, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы. Бәйғәмбәрҙең кендек инәһе Абдулмоталиб ҡыҙы Сафия: «Мөхәммәт ғәләйһис - сәләм тыуғанда эргәһендә булдым. Был сабыйҙың үҙендә 35 ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе уның бәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ сәждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнле-йәнһеҙ ойоп, Уға һәм Аллаһы Тәғәләгә саждә ҡылды. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас:« Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклык ебәрҙек” тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның бәйғәмбәремен», - тип әйтән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештәләрҙең уға: «Әссәләмәғәләйкүм, Рәсуллуллаһ», - тип сәләмләгәне лә ишетелде. Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым, бөтөн ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағастар япраҡ ярҙы, сәскәләр атты. Һуңғы бәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтандар ҡурҡты», - тип хәтерләй.

Мәүлит – тыуыу ваҡыты йәки тыуған көн тигәнде аңлата. Мөхәммәт бәйғәмбәр рәбиғел - әүүәл айының 11-нән 12-се көнөнә тыуып, 23 йыл бәйғәмбәрлек иткәндән һуң ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була.

Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу – был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.

. Пәйғәмбәргә салауат әйтеп кенә тороу – ул күндәмлек һәм хөрмәт билдәһе, күндәмлек һәм күркәм холоҡ мосолманда булырға тейешле иң гүзәл сифаттар. Салауат әйтеп кенә тороу мосолмандың Пәйғәмбәребеҙ алдындағы иң төп вазифаһы.


Салауат


Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мүхәммәдин үә ғәли әли Мүхәммәд. Кәмә салләйтә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әли Ибраһимә иннәкә хәмидүм мәжид.



Аллаһүммә бәрик ғәлә Мүхәммәдин үә ғәлә әли Мүхәммәд. Кәмә бәрактә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әли Ибраһимә иннәкә хәмидүн мәжид.