– Мал көтөүгә сыҡты. Тик борсолоп-хәүефләнеп торабыҙ. Сөнки даими көтөүсе булмағанлыҡтан, мал-тыуарҙы сиратлап көтәбеҙ. Тик күптәр төрлө сәбәптәр менән үҙҙәре көтә алмай, кеше яллай. Бына шул ялланып көтөүселәрҙең ҡайһы берҙәре һыйырҙарыбыҙға эт һөстөрә, эттәр уларҙың ҡойроғон өҙә тешләй. Ваҡытында абайламаһаң, китә ҡортлап. Сходта был мәсьәләне күтәреп ҡараныҡ та ул, һөҙөмтә булманы.