Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
28 Июнь 2020, 17:00

Петуния шау сәскәлә

Петунияларым үҫеп китә алмай йонсой. Сәскәләре лә әҙ. Ни эшләргә икән?Лилиә.Төркөмдәшбеҙҙең һорауына яуап таптыҡ, буғай. Шулай итеп, петуния шау сәскә атһын өсөн нимә ҡойорға?

Петуния шау сәскә атһын өсөн нимә ҡойорға?
- Әйҙәгеҙ бергәләшеп ошо һорауға яуап табып ҡуяйыҡ. Бөтәбеҙ ҙә үҫтерәбеҙ был сәскәне. Ысынлап та, һүрәттәрҙәге кеүек шау сәскә атһын өсөн һыу ғына ҡойоу етмәй инде - нимә менәндер даими рәүештә ашлап торорға кәрәк. Мин үҙем дә гел генә ҡоймайым.
Оҫта үҫтереүселәрҙең кәңәштәре күп кенә. Шуның иң еңеле һәм осһоҙо тураһында ғына әйтеп китмәксемен. Беҙҙең район үҙәгендәге магазинда ла АЗОФОСКА тип аталған бөртөклө (гранулированное) ашлама бар. Уның составы - 16:16:16 - N:Р:K - азот:фосфор:калий. Белеүебеҙсә, азот һабаҡтарҙы үҫтерә, фосфор тамыр һәм һабаҡ өсөн, ә калий сәскәләргә кәрәк. Яңы сәскәләр яңы һабаҡта барлыҡҡа килә, тимәк сәскә атҡан саҡта ла азот кәрәк була.
Норма буйынса 1 аш ҡалағын өймәләп итмәй генә 10 литр һыуҙа болғаталар. Тәүҙә бәләкәй һауытта 40 градус тирәһе һыуҙа иҙеп алырға, алдан ултыртып торһаң да була. Ә бына петуниялар сәскә ата башлағас, һәр һыу ҡойған һайын ашлама ла индереп барыу өсөн (беҙ ашламалы һатып алынған тупраҡҡа сәсмәйбеҙ бит), был норманы 4 тапҡыр кәметергә кәрәк. 0,5 аш ҡалағы ашламаны иҙеп алам да үлсәмдәргә бүленгән һауытыма ҡоям, 1 литрға еткәнсе һыу өҫтәйем. Шуның 500мл -ын, йәғни яртыһын 10 л һыуға ҡушам, икенсе яртыһын тағы 10 л һыуға болғатам. Бына шундай итеп иҙелгән ашламаны һәр һыу ҡойған һайын ҡойорға тип кәңәш бирәләр беҙгә. Эшләп ҡарайыҡ - ДАИМИ - тик шунда ғына һөҙөмтә буласаҡ.
Сығанаҡ: Гөлдәр Яҡшығолованың сәхифәһенән.
Читайте нас: