Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
11 Июль 2020, 16:00

Көн ҡаҙағына Урмандар күбәләктән зыян күрә

Район юлдары буйлап барғанда, юл ситендәге ағастарҙың япраҡһыҙ, яланғас ултырыуҙарын күреп хайран ҡалырлыҡ. Был турала социаль селтәрҙәрҙә халыҡтан әленән-әле постар сыға, кешеләр осрашҡанда ла был турала телгә алмай ҡалмай. Башҡортостан Республикаһының “Урмансылыҡ менән идара итеү” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы – Ейәнсура урмансылығы буйынса бүлек етәксеһе Шәһит Әхәт улы Татлыбаевҡа ошо уңайҙан мөрәжәғәт иттек. Әйткәндәй, ул Башҡортостан юлдаш телеканалының “Телеүҙәк” тапшырыуына ошо мәсьәлә буйынса саҡырылған ине, тик ул, коронавирусҡа бәйле, скайп аша эфирға сыҡты.

Район юлдары буйлап барғанда, юл ситендәге ағастарҙың япраҡһыҙ, яланғас ултырыуҙарын күреп хайран ҡалырлыҡ. Был турала социаль селтәрҙәрҙә халыҡтан әленән-әле постар сыға, кешеләр осрашҡанда ла был турала телгә алмай ҡалмай.
“Шишмәләр” бәйгеһендә Аҡдәүләт ауылында был ҡарышлауыҡтарҙың күплегенә иҫебеҙ киткәйне. Унан һуң урмандар дарыу менән эшкәртелде, шулай ҙа күбәләктәр байтаҡ ҡына зыян килтереп өлгөрҙө һәм әле лә яман эштәрен дауам итә. Улар килтергән зыян был хәтлем үк майҙанға таралыр тип күҙалланмағайны.
Башҡортостан Республикаһының “Урмансылыҡ менән идара итеү” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһы – Ейәнсура урмансылығы буйынса бүлек етәксеһе Шәһит Әхәт улы Татлыбаевҡа ошо уңайҙан мөрәжәғәт иттек. Әйткәндәй, ул Башҡортостан юлдаш телеканалының “Телеүҙәк” тапшырыуына ошо мәсьәлә буйынса саҡырылған ине, тик ул, коронавирусҡа бәйле, скайп аша эфирға сыҡты.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2019 йылдың йәйендә сиктәш Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районынан беҙҙең район урмандарына ағастарға ҙур зарар килтереүсе парһыҙ ебәк күбәләгенең килеп инеүе асыҡланды. Был хаҡта БР Урман хужалығы министрлығына һәм Урмандарҙы һаҡлау үҙәгенә хәбәр ителде һәм тикшереү үткәрелде, нисә гектар урманға зыян килтерелгәнлеге асыҡланды. Көҙгөһөн ошо киҫкен проблеманы хәл итеү өсөн был зыянлы күбәләктәрҙең ҡышты нисек үткәреүен, уларҙың таралыу ҡурҡынысы бармы-юҡмы икәнлеген белеү маҡсатында, апрель айында йәнә бер тапҡыр тикшереү эштәре үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Быйыл ошо ҡарарға ярашлы, 14-17 апрелдә күҙәтеү үткәрелде һәм ҡыштың йылы килеүе, ҡар ҡатламының ҡалын булыуы һөҙөмтәһендә был күбәләктәрҙең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тере ҡалыуы һәм урмандарға ҙур ҡурҡыныс янаясағы асыҡланды. Тиҙ арала Ейәнсура районы муниципаль район хакимиәте 18 майҙан 17 июнгә тиклем ғәҙәттән тыш хәл индереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Район халҡының малсылыҡ һәм ҡортсолоҡ менән күпләп шөғөлләнеүҙәрен иҫәпкә алып, халыҡҡа алдан хәбәр итеп, мал-тыуар өсөн – 4-се класс һәм бал ҡорттары өсөн 3-сө класс ағыулылыҡтағы “Лепидоцид СК-М" биологик препараты һайлап алынды һәм 26-30 майҙа 10112 гектар майҙанда (2352,1 га – Байыш участка лесничествоһының 122-124, 131-136, 147-148, 151, 163, 163, 165, 169, 170-се кварталдарында,
6250,1 га – Ҡарағайтуғай участка лесничествоһының 47-50, 52-56, 64,65, 69-73-сө кварталдарында, 1509 га – Юлдыбай участка лесничествоһының 47-48, 57, 60, 70, 77-78, 82-85, 90-сы кварталдарында) парһыҙ ебәк күбәләгенең таралыу урындарын бөтөрөү һәм таралыуға юл ҡуймау өсөн эшкәртеү үткәрелде.
Машина менән һиптереп эшкәртеү үткәрелгәндән һуң, был урындар йәнә комиссия тарафынан тикшерелде һәм зарарлы күбәләктәрҙең 75-85 процентының юҡҡа сығарылыуы асыҡланды. Был бик ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Тик беҙҙең районда урман фонды 123 мең гектар тәшкил итә, барлыҡ урмандарҙы эшкәртеү өсөн бик куп сығымдар талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең мөмкинлектәребеҙ әҙ. Тик беҙ, урман һаҡлаусы хеҙмәткәрҙәр булараҡ, яҡшыға өмөт итәбеҙ: киләһе ҡыштың күпкә һалҡын булып, парһыҙ ебәк күбәләктәре юҡҡа сығыр, тәбиғәтебеҙ үҙе ярҙамға килер һәм урмандарыбыҙ һаҡланып ҡалыр тип ышанабыҙ, тип мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе Шәһит Әхәт улы.
Билдәле булыуынса, парһыҙ ебәк ҡарышлауыҡтары 300-ҙән ашыу үлән, ҡыуаҡ, ағас япрағын ашап ҡорота ала. Әгәр ҙә ағастарҙа, бигерәк тә аҫҡы өлөштәренең ҡабыҡтарында аҡһыл-һары төҫтәге губка кеүек өйөлөп йәбешеп торған әйбер күрһәгеҙ, белегеҙ, был уларҙың йомортҡаһы. Һәр өйкөмдә 500-1000 йомортҡа, улар инә күбәләктең сәс төксәләре менән ҡапланған, был уларға ҡышты юғалтыуһыҙ сығырға ярҙам итә, ә төҫө уларҙы кеше күҙенә ташланып бармаҫлыҡ итә. Хатта ун көн буйы һыу аҫтында булған хәлдә лә улар үҙҙәренең йәшәүгә һәләтен юғалтмай. Көҙгә уларҙың эсендә ҡарышлауыҡтар барлыҡҡа килә, йомортҡанан сыҡмай ғына ҡышлайҙыр. Иртә яҙҙан ҡарышлыуыҡтар сыға һәм июндән башлап июль урталарына тиклем, температура режимына бәйле, ҡурсаҡҡа әйләнеү бара, уларҙың стадияһы 10-15 көнгә тиклем һуҙыла. Был йылы яратҡан ҡоротҡостоң таралыуына көндәрҙең эҫе тороуы ла, ямғырҙар булмауы ла булышлыҡ итә. Әйтергә кәрәк, был хәл – парһыҙ етен күбәләгенең баҫып алыуы – ете йыл һайын ҡабатланып тора икән.
Ҡайһы бер гәзит уҡыусыларыбыҙ был күбәләктәрҙең баҡсаларҙа күренеүен әйтеп, уларға ҡаршы ниндәй саралар алып барырға, тип һорай. Яйап шундай:
  • Ҡул менән йыйыу (ағас ботаҡтарында һәм олондарындағы йомортҡаларын ҡырып алып юҡ итеү);
  • Ҡарышлауыҡтар күпләп сыҡҡан ваҡытында инсектицидтар менән эшкәртеү;
  • Ағастарға йәбештергес ленталар ҡуйыу;
  • Емеш баҡсаһына ҡорт ашаусы ҡорттарҙы йәлеп итеү кәрәк.
  • Парһыҙ ебәк ҡарышлауыҡтарына биологик агенттарҙан красотел пахучий Calosoma sycophanta һәм паразитирующий наездник Ichneumon sarcitorius ҡаршы тора. Тағы ҡабатлайбыҙ: алдағы ҡыштың һыуыҡ килеүенә өмөт итергә генә ҡала. Ә халыҡтың ҡарышлауыҡ ашағас ағастар ҡороясаҡ бит тигәненә, яуап бирәбеҙ, ҡарышлауыҡтар ашаһа ла, улар бирешмәйәсәк, яңынан япраҡ ебәрәсәк.
    Ҡарышлауыҡтар менән бергә әлеге ваҡытта көндәрҙең ҡоро тороуы ла хәүеф менән янай – янғын сығыу ихтималы бик ҙур. Эҫе, өҫтәүенә еле лә бар. Һаҡ булайыҡ, бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ мәҡәле. МЧС та иҫкәртә: көндәр эҫе торасаҡ һәм Башҡортостанда, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә янғын хәүефе юғары.
    Читайте нас: