Быйылғы пандемия осоронда күмәк йыйылыуҙар тыйылып тора, шуға күрә лә 31 июлгә тура килгән Ҡорбан ғәйете байрамы быйыл нисегерәк уҙғарыласаҡ икән?
Һорауға хажи Фәрит хәҙрәт Вәлиев аңлатма бирә:
Бисмилаһи-рахмани-ррахим. Мосолмандарҙың өс ҙур байрамы бар: береһе – Йома көн, икеһе – Ғәйет байрамдары. Ҡорбан ғәйете ҡотло булһын! Ил-йорттарға именлек, үҙебеҙгә таҙалыҡ-һаулыҡ насип булһын! Әле донъяла таралған коронавирус пандемияһына бәйле, быйыл бөтә байрамдар тыйылып тора, күмәк йыйылыуҙарға сик ҡуйылды. Беҙҙә лә 18 майға тиклем мәсеттәр ябыҡ торҙо. Әле, иншалла, асылып эшләй башланы, шулай ҙа сикләүҙәр бар: ун кешенән артыҡ йыйылырға ярамай.
Быйыл Ҡорбан ғәйете 31 июлгә тура килә, тәүге көндә ғәйет намаҙҙары уҡыла. Ҡорбан ғәйете намаҙын үткәреү тәртибе лә үҙгәрҙе: ҡатын-ҡыҙҙар быйыл килмәй тора инде, үпкәләмәһендәр, ир-егеттәр ҙә аҙ һанда ғына буласаҡ, бик тә булмаһа, тышта ла тыңларға ярай, унда эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Намаҙ уҡып, ҡыҫҡа ғына вәғәз тыңлап ҡайталар. Ғәйет намаҙы тамам булғас, бәлиғ булған, мөмкинлеге булған мосолман ир-аттар йорттарында ҡорбан салырға тарала. Ҡорбан салғас, байрам итә ғаиләһе менән. Бай, етеш йәшәгән кешеләр салған ҡорбанының өстән бер өлөшөн үҙенә ҡалдыра, өстән бер өлөшөн табын йыйып, ҡунаҡ саҡыра, өстән бер өлөшөн мохтаждарға таратып бирә. Ҡунаҡ саҡырырға тигәс тә, күпләп йыйылып ултырыуҙан тыйылып, яҡын, ҡатышып йөрөгән туғандарҙы ғына йыйырға кәрәк.
Үткән йылдарҙа ойошторолғанса, бергәләп ашханала ҡорбан ашы ашауҙан тыйылабыҙ. Алла бирһә, ауырыу сигеп, киләһе йылдарҙа байрамдарҙа йыйылырбыҙ.
Ҡәрҙәштәребеҙҙең артабан бәхетһеҙлегенә юл ҡуймаҫ өсөн, беҙ күмәкләп намаҙ уҡыуҙан, күп кеше ҡатнашлығында ҙур тантаналарҙан баш тартабыҙ. Һеҙҙе лә, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр, бар һаҡлыҡ сараларын күрергә, коронавирус таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн үҙегеҙҙән торғандың барыһын да эшләргә саҡырам.
Һаҡланыу – беҙҙең бурыс, һау-сәләмәт булып ҡалайыҡ!
Ҡорбан ғәйете намаҙы быйыл 31 июль, иртәнге сәғәт 8.00-дә башлана.