Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
2 Октябрь 2020, 16:00

Һеҙ һораған йыр

#БергәләпЙырлайыҡФәнис Сирбаев һүҙҙәре, Вилүр Мәүлитов көйөОлоғайған һайынҠояш иртә байып,Һуңлап ҡына ҡалҡаКөттөрөп.

Фәнис Сирбаев һүҙҙәре, Вилүр Мәүлитов көйө
#БергәләпЙырлайыҡ

Олоғайған һайын
Ҡояш иртә байып,
Һуңлап ҡына ҡалҡа
Көттөрөп.
Оҙон уйлы төндәр,
Ҡырҡ әйләнә мендәр.
Ғүмеркәйҙәр уҙа
Йүгереп.
Олоғайған һайын
Табып берәр яйын
Ҡайтҡы килә ҡабат
Йәшлеккә.
Оҙон уйлы төндәр,
Ҡыҫҡа ғына көндәр.
Кисермәгән кемдәр,
Йәш үтә.
Олоғайған һайын
Ярлыҡа, Хоҙайым
Йөрәк һаман йәрҙәр
Һөйөрлөк.
Йәшлек илдәренең
Айлы кистәренә
Хәл бар кеүек
Ҡайтып килерлек.


Читайте нас: