Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
23 Ноябрь 2020, 19:00

МЕҢ ДӘ БЕР КӘҢӘШ

Ювелир әйберҙәрегеҙ яңы кеүек йылтырап китһен өсөн.Ҡиммәтле металдарҙан эшләнгән биҙәүестәр, бигерәк тә таштар ҡуйылғандары, күҙҙе ҡыуандырып ҡына ҡалмай, хужаларының кәйефен дә күтәрә. Ваҡыт үтеү менән улар төҫһөҙләнә, тышҡы йөҙө йәмһеҙләнә. Биҙәүестәребеҙ беҙгә оҙағыраҡ хеҙмәт итеп кенә ҡалмаһын, ә матурлыҡтары менән йылтырап барыһын да һоҡландырһын өсөн уларҙы ваҡыт-ваҡыты менән дөрөҫ итеп таҙартып тороу кәрәк.

Ювелир әйберҙәрегеҙ яңы кеүек йылтырап китһен өсөн.
Ҡиммәтле металдарҙан эшләнгән биҙәүестәр, бигерәк тә таштар ҡуйылғандары, күҙҙе ҡыуандырып ҡына ҡалмай, хужаларының кәйефен дә күтәрә. Ваҡыт үтеү менән улар төҫһөҙләнә, тышҡы йөҙө йәмһеҙләнә. Биҙәүестәребеҙ беҙгә оҙағыраҡ хеҙмәт итеп кенә ҡалмаһын, ә матурлыҡтары менән йылтырап барыһын да һоҡландырһын өсөн уларҙы ваҡыт-ваҡыты менән дөрөҫ итеп таҙартып тороу кәрәк.
Беҙ һеҙгә өй шарттарында биҙәүестәрҙе тәрбиәләргә өйрәтәбеҙ.
Кәрәк:
  • 1 аш ҡалағы тоҙ:
  • 1 аш ҡалағы сода;
  • 1 аш ҡалағы һауыт-һаба йыуыу өсөн шыйыҡса;
  • 1 стакан һыу;
  • 1 киҫәк алюмин фольгаһы.
  • Таҙартыу барышы:
    1. Һыуҙы микроволновкала бер йә ике минут йылытырға.
      2. Алюмин фольга киҫәген ҡырҡып ҙур булмаған һауыт йә стакан төбөнә һалырға.
      3. Эҫе һыуҙы мискәгә йә стаканға ҡойорға, тоҙ, сода һәм шыйыҡсаны өҫтәргә.
    2. 4. Ювелир әйберҙәрегеҙҙе фольгаға төшөрәбеҙ һәм 5-10 минутҡа ҡалдырабыҙ.
      Тейешле ваҡыт үткәс, һалҡын һыуҙа сайырға һәм ҡоро йомшаҡ сепрәк менән һөртөргә генә ҡала.
      Читайте нас: