Май башында ялдарҙың ун көнгә һуҙылыуы рәсәйлеләргә оҡшап киткән.
Әммә Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы киләһе йылдарҙа май байрамдарын быйылғыһы кеүек оҙон итеп яһарға планлаштырмауҙары тураһында хәбәр итә.
Апрель аҙағында Рәсәй Президенты, "Роспотребнадзор" етәксеһе Анна Попова тәҡдиме буйынса, вирусҡа ҡаршы саралар нигеҙендә, 1 һәм 9 май көндәрен ял көндәре яһаны. Шулай итеп, рәсәйлеләр рәсми рәүештә 1 майҙан 10 майға ҡәҙәр ял итте.
Уның фекеренсә, ҡарар граждандарҙың йәмәғәт транспортында хәрәкәт итеү интенсивлығын һәм коронавирустың әүҙем таралыу ҡурҡынысын кәметергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта 4 майҙан 7 майға ҡәҙәр эш көндәре ғәҙәти күләмдә түләнергә тейеш.
Рәсәйлеләрҙең яртыһынан артығы өҫтәмә ял көндәре уларҙың финанс хәленә бер нисек тә йоғонто яһамаясак, тип һанай.