Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
19 Сентябрь 2021, 11:45

19 сентябрь - Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын ысын йөрәктән һөнәри байрамдары – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайбыҙ! Урман байлығына бәйле һәр кем киләсәк һағында тора, тиергә мөмкин. Хозур тәбиғәтте һаҡлау, уны киләһе быуындарға ҡалдырыу –  уртаҡ бурыс. Был ауыр, әммә ихтирамға, рәхмәткә лайыҡ изге эш.  “Ейәнсура урмансылығы” дәүләт автономлы учреждениеһын етәкләгән Салауат Ғиззәт улы Сәғитов менән һөнәри байрамдары уңайынан ойошторолған әңгәмәне сайтта һәм гәзит биттәрендә уҡығыҙ.

19 сентябрь - Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө
19 сентябрь - Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

–             Салауат Ғиззәт улы, үҙегеҙ етәкләгән ойошма тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китһәгеҙ ине.

–             “Ейәнсура урмансылығы” дәүләт автономлы учреждениеһына ҡараусы Ейәнсура участка урмансылығы коллективы үҙҙәренең ҡарамағындағы 123 мең гектар (Ҡаҫмарт урмансылығы – 29 068 га, Ҡарағайтуғай – 36 220 га, Юлдыбай – 24 780 га, Байыш – 32 941 га) майҙанды тәртиптә тотоу өҫтөндә эшләй. Беҙҙең ойошмала – 17, “Урмансылыҡ менән идара итеү” учреждениеһының Ейәнсура урмансылығы буйынса бүлегендә – 6 (етәксеһе Шәһит Татлыбаев, Федераль дәүләт урман һәм янғын хәүефһеҙлеген контролләүҙең Йылайыр район-ара территориаль бүлегенең Ейәнсура урмансылығы буйынса әйҙәүсе белгес-эксперты булып 1 хеҙмәткәр эшләй. Һәр бер ойошманың үҙ бурыстары бар. Мәҫәлән, “Урмансылыҡ менән идара итеү” учреждениеһы халыҡҡа шәхси хужалыҡ төҙөү өсөн диләнкәләр, аукционлы диләнкәләр  бүлеү, уларҙы контролдә тотоу менән шөғөлләнә. Федераль дәүләт урман һәм янғын хәүефһеҙлеген контролләүҙе беҙҙең районда инспектор Азамат Солтанов башҡара. 

“Ейәнсура урмансылығы” дәүләт автономлы учреждениеһы байрамды билдәле һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Бөтә планлы күрһәткестәр үтәлеп килә. Йыл һайын участкаға ҡараған 20 гектар майҙанда 80 мең данала ҡайын, ҡарағай, шыршы үҫентеләре ултыртыла, ә Ҡаҫмарт урмансылыҡ участкаһында яңы технологиялар буйынса теплицала үҫтерелә. Йыл һайын 8 гектар майҙанда урман культураларын арттырыу бара. 20 гектар майҙандың тупрағы үҫентеләр ултыртыу өсөн әҙерләнә. Һәр миҙгел ҡайын, йүкә, орлоҡтары, имән сәтләүеге, шулай уҡ ылыҫлы ағастар: ҡарағай, шыршы, ҡарағастың орлоҡтарын йыйыу ойошторола. Урмансылар шуны яҡшы белә: бөгөн ҙур көс һалып үҫтерелгән үҫентеләр ергә «йәшел ҡалҡан» буласаҡ һәм килер быуындарға хеҙмәт итәсәк.

Учреждениеның етештереү бүлеге тарафынан физик һәм юридик берәмектәрҙең шәхси заказы буйынса төрлө төрҙәге урман тауарҙары: төрлө ағастан сите алынған һәм алынмаған таҡталар, бурсалар, имән бағаналар әҙерләнә. Шулай уҡ ярылған утын, гәрбилдәр әҙерләп, халыҡҡа һатыла.

Беҙҙең районда Йылайырға ҡараған 2-се типтағы урман янғыны үҙәгендә биш кеше эшләй, янғын сығыу осрағына ике янғын һүндереү машинаһы, ике трактор әҙер тора.

–             Салауат Ғиззәт улы, августа булған янғындар һөҙөмтәһендә урмансылыҡ ныҡ зыян күрҙеме?

–             Көндәр ҡоро булыу сәбәпле сыҡҡан урман янғындары Байыш зонаһында булды, башҡа янғын сыҡҡан зоналарҙа “низовый” пожар булып, урман фондына зыян килмәне, йәғни ер буйлап таралып урман үҫентеләренән түбән өлөштәр: ҡыуаҡтар,   үләндәр, ваҡ  ағас үҫентеләре генә зыян күрҙе. Урындағы халыҡтың, волонтерҙарҙың  дәррәү сығыуы, район хакимиәтенең, ауыл биләмәләре башлыҡтарының дөрөҫ эш итеүе һөҙөмтәһендә ҙур майҙанға ут таралманы. Ошо янғындарҙы һүндереүҙә булышлыҡ иткән һәр кемгә, бигерәк тә Байыш, Ҡаҙанболаҡ, Әбүләис, Яңыбай ауыл биләмәләре башлыҡтарына һәм халҡына оло рәхмәтемде белдерәм.  Ауылға төшөрмәй һаҡлап ҡала алдыҡ бит инде. Ярҙамға Көйөргәҙе районынан – янғын һүндереү машиналары, “Башҡорт сода кампанияһы”нан трактор килде. Янғындар башланғандан алып район башлығы Дәмин Юлановтың  ярҙамын ныҡ тойҙоҡ, үҙе лә баштан аҙағына тиклем  алғы һыҙыҡта йөрөнө.

–             Ейәнсура ере урмандары бер нисә быуын урмансыларының тырыш хеҙмәте менән һаҡланған һәм ишәйтелгән. Ошо йәшеллекте байытыу өсөн көс һалған хаҡлы ялдағыларҙы әйтмәй китһәк, яҙыҡ булыр.

–             Эйе, был йәшеллекте байытыу өсөн арымай-талмай хәстәрлек күрелде һәм күрелә. Урманда тамыр йәйгән йәш үҫентене ҡулланыуға яраҡлы ағас итеп үҫтергәнсе бик ҙур хеҙмәт һалына. Урмансылыҡтың һөҙөмтәлелеге бер нисә тиҫтә йылдан ғына күренә торған эшмәкәрлек булыуын иҫәпкә алғанда, әлеге урман хужалыҡтары киләһе быуат өсөн эшләй, тип әйтергә мөмкин. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған Анатолий Николаевич һәм Рәмилә Нәжип ҡыҙы Михайловтар, Фазылйән Сәлихйән улы Иҫәнгилдин, Рәжәп Ғизелхаҡ улы Аҙнабаев, Шаһибал Фәтих улы Зарипов, Ғәли Сәлихйән улы Шәһивәлиев, Булат Әхмәт улы Әхмәтов, Солтангәрәй Мирхәйҙәр улы Аҙнағолов, Миңнур Заһир ҡыҙы Иҫәнгилдина, Люция Хөббула ҡыҙы Хөсәйенова, Зәйнәп Ғәйнетдин ҡыҙы Ҡарабаева, Гөлкәй Мәхмүт ҡыҙы Ғүмәрова, Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы Баһаутдинова, Татьяна Николаевна Черкасовалар әлеге мәлдә урмансылыҡта эшләгәндәр өсөн өлгө булып торалар.

–             Парһыҙ ебәк күбәләге урмандарға байтаҡ ҡына зыян килтерҙе, уларға ҡаршы быйыл ниндәй эштәр башҡарылды?

–             Эйе, улар күп кенә урмандарҙың ағастарын ҡырҙы.  Быйылғы йылда районда ҙур күләмле эш башҡарылды: яҙын ваҡытында уларға эшкәртеү үткәрелде. Һаҡлау үҙәге һәм авиация тендер буйынса еңеп сығып, Юлдыбай, Ҡарағайтуғай һәм Ҡаҫмарт урмансылыҡтарында башҡарҙы был химик эшкәртеүҙе. Быға тиклем Байыш зонаһында ағастар япраҡһыҙ ултырһа, әле быйыл халыҡ йүкә балы булды тип ҡыуана. Парһыҙ ебәк күбәләге былтырғы эшкәртеүҙән һуң кәмегән. Икенсе йылға бөтөнләй үк бөтмәһә лә күбәләк, дөйөм һаны 90 процентҡа кәмер тип ышанабыҙ.

–             Ошо эшкәртеү үткәргән ерҙәге бал ҡорттарына зыян булды тип әйтеүселәр бар…

–             Халыҡты алдан эшкәртеү үткәреләсәге тураһында социаль селтәрҙәрҙә лә, гәзит биттәрендә лә иҫкәрттек. Кемдәр тыңлап умарталарын эшкәртеү булмаясаҡ урындарға күсергән – уларҙыҡы һаҡланып ҡалды, күсермәгәндәренеке бөтә ҡорттары уҡ булмаһа ла, зыян күргән күстәре булды. Киләһе йылға бындай уҡ хәлдәр булмаҫ, йүкә ағастары сәскә атыр тип уйлайым. Сөнки, йүкә балы булмаһа, бал ҡорттары тотоуҙың әллә ни файҙаһы юҡ тип әйтергә була.

–             Быйылғы ҡоролоҡ ағастарға нисек тәьҫир итте, ағас үҫентеләре ултыртыу нисек бара?

–             Әле посадкаларға тулыһынса ревизия үткәрелмәгән әле. Былтырғы сәскәндәрҙең яҡынса 30-40 проценты юғалған тиерлек. Беҙҙең районда быға тиклем бөтә ҡарағайлыҡтар ҙа ҡул менән ултыртылған. 60-80 йыл элек ҡул менән эшкәртелеү үткәрелеп, халыҡ үҫентеләр араһын утаған. Беҙҙең районда ҡарағас бар, ә бына ҡарағай булмаған.

Әле күберәк техника менән ултыртыла, шулай ҙа бөтә ергә лә техника барып етә алмай, ҡул менән дә ултыртабыҙ.

Яҙын бер гектар ергә Ейәнсура урман хужалығы тарафынан, “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында үткән “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһына ҡушылып, ҡарағай, шыршы үҫентеләре ултыртылды. Сентябрь аҙаҡтарында тағы шул ергә бер гектар самаһы майҙанға ағғастар ултыртыу планлаштырыла.

–             Коллегаларығыҙға һөнәри байрамдары уңайынан теләктәрегеҙ.

–             Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен, коллегаларымды, ветерандарыбыҙҙы ысын йөрәктән һөнәри байрамыбыҙ – Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Урман байлығына бәйле һәр кем киләсәк һағында тора, тиергә мөмкин. Хозур тәбиғәтте һаҡлау, уны киләһе быуындарға ҡалдырыу – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ. Был ауыр, әммә ихтирамға, рәхмәткә лайыҡ изге эш.

Байрам көнөндә тармаҡ ветерандарына фиҙаҡәр хеҙмәттәре, үҙ эштәренә тоғро ҡалғандары өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәре юллайым. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйем!

–             Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Урман беҙҙең тормошобоҙҙа бик мөһим роль уйнай. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ урман ҡуйынына һыйынып ҡына йәшәр, ауылдар ҡорор булғандар. Урман һағында тороусы "Ейәнсура” урмансылығы эшселәренә түҙемлек, именлек һәм уңыштар ғына теләргә ҡала.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: