-11 °С
Болотло
Иң матур мәлдәрҙең береһе – бәшмәк сезоны. Кемдәр бәшмәк йыйырға ярата, шулар ғына беләлер: урманға инеү менән, үлән аҫтында, ағас төптәрендә бәшмәк булырына өмөт итеп, һаҡ ҡына таяҡ, бысаҡ менән аҡтарып ҡарайың, ә унда ҡайһы саҡ һине алдатып тубырсыҡ, йә таш ята.
Ә унан инде кем уҙарҙан ярышып бәшмәк йыйыу башлана, кемдең һауыты тиҙерәк тула.
Урманда бәшмәктең күплегенә хайран ҡалып, күп итеп йыйып алып ҡайтаһың икән, кис йоҡларға ятһаң, күҙеңде йомоу була, ә унда – бәшмәктәәәәр!
Дуҫтар, ә һеҙ бәшмәк йыйырға йөрөйһөгөҙмө?