-4 °С
Болотло
Коронавирустан үлгәндәргә килгәндә, уларҙың кәүҙәләрен махсус ҡапсыҡтарҙа килтерәләр. Әлбиттә, мәрхүмдәрҙе моргта йыуып, әҙерләйҙәр. Уларҙы шулай уҡ ер ҡуйынына ҡуябыҙ.
Мәрхүмде оҙатырға килгәндәр тейешле һаҡланыу сараларын ҡулланһын ине: битлек, бирсәткә кейеү, аралыҡты һаҡлау мотлаҡ. Ҡайтҡас, ентекләп йыуынырға кәрәк. Тағы ла бер нимә бар – мәрхүмгә яҡын килмәүең хәйерле, уны ҡосаҡларға, үбергә кәңәш ителмәй. Ярҙамыбыҙ бик кәрәк булмаһа – бармаһаң да ярай. Һаҡланған хәйерлерәк бит.