Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
18 Октябрь 2022, 16:47

Юрист кәңәше

“Күршем мунсаһын беҙ күсеп сыҡҡансы уҡ ике аралағы сиккә терәтеп һалған. Унан күсереүен талап итергә хоҡуғыбыҙ бармы? Беҙҙең районда   ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?” Фәниә С. Һорауға Башҡортостан адвокаттар коллегияһының Ейәнсура районы филиалы адвокаты Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Хәйбуллина яуап бирә. Яңы рубрикаға һорауҙарҙы хат аша,   төркөмдә лә СООБЩЕНИЕ менән ебәрә алаһығыҙ.

- Әлбиттә, был осраҡта һеҙҙең позиция күршегеҙ менән   мөнәсәбәттең ни тиклем ҡәҙерле булыуына бәйле. Бер-нисә тиҫтә йылдар элек беҙҙең районда төҙөлөш нормалары үтәлеше тураһында уйлаусылар булдымы икән?! Баҡса өсөн майҙанды арттырыу, участканы кәртәләүҙә экономия яһау маҡсатынан, ҡаралтыларҙы ике урталағы сик һыҙығына төҙөнөләр.

Законда иһә мунсаны сиктән кәм тигәндә 1 метр алыҫлыҡта ултыртыу ҡаралған.

Төҙөлөш, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сығымдар талап итә. Күршегеҙҙән мунсаһын күсереүен талап итер алдынан, хәлде төрлө яҡлап ҡарағыҙ. Янғын сығыу хәүефлеген иҫәпкә алып, уның башҡа ҡаралтыларҙан күпме арауыҡта тороуын баһалағыҙ. Әгәр мунса һеҙҙең йорт һәм башҡа ҡаралтығыҙҙан ярайһы алыҫ икән, бәлки, уның әлеге урыны – һеҙҙең участоктар өсөн иң ҡулайылыр. Әгәр ҙә мунса башҡа ҡаралтыларға хәүеф килтеререлек аралыҡта булһа, күршегеҙ менән был турала мотлаҡ һөйләшегеҙ. Мәҫәлән, күршегеҙ яҡын арала яңы мунса төҙөргә уйлай икән, уны сиктән бер метрға алыҫҡараҡ һалырға кәңәш итегеҙ.

 Милекселәр килешеүе буйынса, күрше участка сиген үҙгәртергә мөмкин. Йәғни, һеҙ күршегеҙгә үҙегеҙҙең участкағыҙҙың өлөшөн биреп, уның участкаһының өлөшөн ала алаһығыҙ. Бының өсөн кадастр инженерын саҡырырға кәрәк. Яңы сиктәрҙе билдәләү, суд буйлап йөрөүгә ҡарағанда, күпкә арзаныраҡ һәм тиҙерәк.

 Әгәр килешеп булмай икән, судҡа мөрәжәғәт итергә ҡала. Был осраҡта, дәүләт һалымы, төҙөлөш-техник экспертиза, уның вәкилдең хеҙмәте, почта сығымы һәм башҡа сығымдарҙы түләргә тура киләсәк. Ҡайһы саҡ сығымдар хатта мунса хаҡынан артып китергә мөмкин. Әлбиттә, закон бөтә сығымдарҙы еңелгән яҡтан ҡайтартыу мөмкинлеген ҡарай, әммә ул урында һеҙҙең дә булыуығыҙ мөмкин.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: