- Йәш саҡта Үтәғол ауылында күрше йәшәгән Рафаҡ ағай Иҙелбәков беҙҙең эштән ҡайтҡанды көтөп тора ла йүгереп килеп етә торғайны. Беҙ инде ҡабаланабыҙ, яңынан эшкә барырға кәрәк, йорт мәшәҡәттәре һ.б. Ағай: “Һеҙгә рәхәт, хөкүмәт ял бирә. Ә бына пенсияла ялы ла юҡ!” – ти торғайны. Ысынлап та шулай икән! Хаҡлы ялға сыҡҡайныҡ – ваҡыт етмәй. Өлгөрөп булмай китә хатта. Ҡартайҙым, тип ҡайғырып ултырырға ваҡыт та юҡ. Быйыл Тимур ейәнебеҙ 1-се класҡа барҙы, уны мәктәптән ҡаршы алабыҙ, дәрестәрен ҡарашабыҙ. Балыҡҡа йөрөйөм (ваҡыт тапһам), репетицияларға ла барырға кәрәк, өмәләрҙә ҡатнашам. Земфира апайығыҙ математиканан репетиторлыҡ менән шөғөлләнә, тағы ла башҡорт гимназияһында, 3-сө мәктәптә дәрестәр алып бара. Йыл да алмайым, ти ҙә, ул шөғөлләнгән уҡыусылар БДИ-ла һәйбәт балл йыйһа, тағы ла дәртләнеп китә. Ул кис һайын прогулкала йөрөргә ваҡыт табырға тырыша. Шулай күңелле мәшәҡәттәр менән көндәр үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала.
Беҙ, әйткәндәй, класташтар, Иҫәнғол мәктәбенең башҡорт класын 74-се йылда тамамлап, мәктәп эскәмйәһенән бирле тигәндәй бергәбеҙ. Бергә тигеҙ ҡартайырға яҙһын! -
Бәҙәмшиндар.