-4 °С
Болотло
Яуап: Юҡ, гонаһ түгел (яңылыш ҡына булһа). Әммә барыбер һаҡ ҡыланыр кәрәк, сөнки Ҡөрьән – Аллаһ һүҙҙәре. Өйҙә иң ҡәҙерле урында һаҡланырға тейеш, сөнки ул – иң ҡәҙерле "йыһаз". Әммә сепрәккә төрөп, төпкөл урынға йәшереп һалып ҡуйырға түгел. Күренеп торһон, иҫкә төшөрөп торһон. Был уны йышыраҡ ҡулға алырға, күберәк уҡырға сәбәп булыр, ин шәә Аллаһ. Шул уҡ ваҡытта балалар алып йыртырлыҡ йә сыйғысларлыҡ тәңгәлдә лә булмаһын. Ҡалған китаптар менән бер кәштәлә һаҡлана икән, ул сағында бөтә китаптарҙан да өҫтә ятырға тейеш. Ҡөрьән өҫтөнә бүтән бер ниндәй китап та, әйбер ҙә ҡуйырға ярамай.
"Дини ғилем" төркөмөнән