Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
19 Декабрь 2025, 12:29

Тест “Яңы йыл”

Яңы йылға һанаулы көндәр ҡалды. Байрам алдынан үҙегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ, дуҫтар! Һеҙгә бары тест һорауҙарына яуап бирергә генә кәрәк.

  1. Яңы йыл алдынан, ғәҙәттә:
    А) Дуҫтарым менән мунсаға барам – 3;
    Б) Көнө буйы аш бүлмәһендә буласаҡмын, сөнки ҡунаҡтар киләсәк – 1;
    В) Ҡунаҡҡа барам – 5.
    2. Өйөгөҙгә ниндәй шыршы ҡуйҙығыҙ?
    А) Ысын шыршы – 1;
    Б) Яһалма шыршы – 3;
    В) Шыршыһыҙ ҙа бик яҡшы – 5.
    3. Шыршыны ниндә уйынсыҡтар менән биҙәнегеҙ?
    А) Иҫке – 5;
    Б) Барлыҡ аҡса өҫтәл әҙерләүгә китте, шуға күрә ни бар шуны эләм – 1;
    В) Йыл һайын яңы уйынсыҡтар алам – 3.
    4. Яңы йылды ҡайҙа ҡаршыларға теләр инегеҙ?
    А) Ҡайҙа булыуы бик әһәмиәтле түгел – 3;
    Б) Дуҫлашып йөрөгән кешем менән Парижда – 1;
    В) Дуҫтарым менән тәбиғәттә – 5.
    5. Яңы йыл алдынан ниндәй хистәр кисерәһегеҙ?
    А) Яңғыҙлыҡ – 1;
    Б) Байрам хисе – 3;
    В) Был Яңы йылдың уҙған ийылдарҙан бер айырмаһы ла юҡ – 5.
    6. Сәғәт 12-не һуҡҡанда ниндәй теләктәр теләйһегеҙ?
    А) Мөхәббәт тураһында – 1;
    Б) Яҡшы эш урыны, һау-сәләмәт һәм аҡсалы булырға – 3;
    В) Үҙемдең генә хыялым бар һәм ул быйыл тормошҡа ашасаҡ – 5.

    7-8 балл. Һеҙ, Ҡарһылыу кеүек, нәфис, романтик, бер ҡатлы. Бер күреүҙә ғашиҡ булыуға, кешеләргә ышанаһығыҙ. Үҙегеҙҙе бик түбән баһалайһығыҙ, шуға күрә тирә-яҡтағыларға ҡайһы ваҡыт һеҙҙең менән күңелһеҙ була. Күңелһеҙлектән ҡасып, башығыҙ менән эшкә сумаһығыҙ.
    19-24 балл. Һеҙ – Ҡыш бабай. Тормошҡа ғашиҡ кеше. Компания, байрамдар, ашарға-эсергә яратаһығыҙ. Һеҙ бик тыныс, шуҡ. Һеҙҙе барыһы ла тейерлек ярата. Ҡайһы саҡ ябай күренһәгеҙ ҙә, был тышҡы ябайлыҡ ҡына.
    20-30 балл. Һеҙ – “Боҙ тауы”. Алыҫтан ҡарағанда бик матур күренәһегеҙ, әммә холҡоғоҙ ябайҙарҙан түгел. Һеҙ һалкын аҡ ыллы, бер нимәгә ҡарамайса үҙ юлығыҙҙан бараһығыҙ. Үҙегеҙҙе башҡаларҙан өҫтөн ҡуяһығыҙ.
Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас