-12 °С
Болотло
Саҙалы ауылында йәшәүсе Миләүшә апай Фәхретдинованың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Ул бына тигән шәлдәр, косынкалар һәм еңһеҙҙәр бәйләй. Уның селтәрле биҙәктәр һалып бәйләнгән ҡул эштәре нәзәкәтлелеге, йомшаҡлығы менән айырылып тора. Тормош иптәше менән бергә күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар, мал тоталар. Миләүшә апай һыйырҙарының ағын әрәм итмәйенсә ҡорот, эремсек, ҡыҙыл эремсек эшләй. Тағы ла уңған хужабикә гөлдәр үҫтерергә ярата. Уларҙың өйҙәрендә миләүшәләҙең генә 10 артыҡ сорты шаулап сәскә атып ултыра. хәстәрлекле, йомарт ҡулдарҙа гөлдәр ҙә шулай кинәнеп сәскә ата шул.