Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
17 Ғинуар 2025, 10:05

Ауыр йылдар һындырмаған

Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылағанда көслө рухлы, эшкә һәм тормошҡа талапсан  ҡарашлы тыл ветераны, әнейем Бибиәсмә Әбдрәхмән ҡыҙы Бикбаева тураһында яҙып үткем килә. Ул 1922 йылдың 17 февралендә тыуған, Ҡыҙылъяр ауылында Әбдрәхмән һәм Хаят Самановтарҙың өсөнсө – төпсөк ҡыҙҙары була.

Әбдрәхмән ҡартайым 1920-1930 йылдарҙа бик хәлле, уҡымышлы, ғәҙел, эшһөйәр кеше була. Әллә күпме ерен эшкәртергә, малын ҡарарға эшселәр тотҡан, умартасылыҡ, һунарсылыҡ, һал ағыҙыу менән шөғөлләнгән. Колхозлаштырыу осоронда булған бөтә мөлкәтен, ерен, үҙ теләге менән колхозға тапшырып, умарталыҡта бер өйҙә тороп ҡала.

Өлкән улы Ғәбделсәлихты, өс ҡыҙы: Заһира, Бибисара, Бибиәсмәне заманына күрә яҡшы уҡытып, төрлө яҡлап үҫтерергә тырышҡан. Үкенескә күрә, бер бөртөк улдары ауырып бик иртә үлә.

Ә бына Заһира инәйемдең һигеҙ балаһы ла юғары белем һөнәрен, илебеҙҙең төрлө тарафтарында уҡытыусы, директор булып эшләне. Араларында Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы ла бар.

Бибисара инәйемдең бер бөртөк ҡыҙы, 1941 йылдың декабрендә тыуған Гөлсара апайым атаһын бер тапҡыр ҙа күрмәгән. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алынған Исхаҡ Тоҡомбәтов 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала. Тыл ветераны Бибисара Әбдрәхмән ҡыҙы башҡа тормошҡа сыҡмай, ғүмерен ҡыҙына, ейән-ейәнсәренә бағышлай. Ғүмеренең ахырынаса мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Утын ярып, иртә таң менән тиҫтәләгән мәктәп бүлмәләренең мейестәренә яғып, һыу ташыу ғына түгел, колхоздың төрлө эштәренә егелеп, өй һалып, ирҙәр урынына эшләп, күп йәштәргә үрнәк булырлыҡ оло йөрәкле кеше булды. Ҡужанаҡ ауылына килгән һәр йәш уҡытыусы, йәш белгес Бибисара инәйемдә йәшәп эшләй торғайны. Үҙ ғүмерендә 45-тән ашыу кеше квартирант булды. Татыу йәшәнеләр. Араларында ауылыбыҙҙа тормош ҡорғандары бихисап.

Ҡартатайымдың төпсөк ҡыҙы – минең әнейем Бибиәсмә. Бәләкәйҙән бик шуҡ, тиктормаҫ, йыр-моңға ғашиҡ бала булып үҫә. Инәйҙәрем әйтеүенсә, ҡартатайым уны тыймай, һүҙ тейҙермәй, ҡурсалап ҡына үҫтергән. Шуға ҡарамаҫтан, уға атаһынан талапсанлыҡ, эшһөйәрлек, тәртиплелек һымаҡ сифаттар ҙа күскән.

“Эште һайлап торманыҡ”

Һуғыш башланғанда әнейем бик йәш була. Ул ваҡытта уның Тимерязев исемендәге колхозда “кладовщик” булып эшләп йөрөгән сағы. Бөтә ауырылыҡ ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм үҫмер балалар иңенә төшә. Ил өҫтөнә килгән ауыр көндәрҙе улар ҙа йөрәктәре аша үткәрә. Ат урынына егелеп, ер һөрөү, иген сәсеү, баҫыу утау, урып-йыйыу, көлтә бәйләү, ырҙын табағында иген таҙартыу кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле эштәрҙә була ул. Алмалай йәш саҡтары ауыр, ҡаты һуғыш йылдарға тура килеп, ҡатмарлы тормош үтһә лә, әнейем бер ҙә зарланманы.

– Эште һайлап торманыҡ, ни ҡушһалар – шуны башҡарҙыҡ. Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрҙек, – тип һөйләй торғайны.

Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарып, төрлө концерт-спектаклдәрҙә әүҙем ҡатнашып йөрөгән әнейем йәштәрҙең комсомол ойошмаһын да етәкләй һуғыш осоронда. Комсомол собраниелары өйҙәрендә үтер булған. Өмәләр, бесән сабыу, кәбән ҡойоу беҙҙең өсөн байрамға әүерелә, йыр-бейеү менән арыу белмәй эшләнек тип иҫләй ине әней.

Комсомолдар клубта,

Хат яҙалар фронтҡа.

Комсомолка булмай ҙа ни,

Колхоз ҡыҙы булып та, – тип таҡмаҡ әйткәндәре иҫтә ҡалған.

Уйлап ҡарайым да миңә лә әнейем юлын үтергә насип булған икән: ул 1940-1950 йылдарҙа комсомол тормошонда ҡайнаһа, миңә 1980-1990 йылдарҙа “Победа” колхозының комсомол секретары булып эшләргә тура килде. Һәм ғорурланып әйтә алам, ул заманда иҫән-һау әнейем үҙенең күп кәңәштәре менән миңә терәк, үрнәк булды.

Һуғыштан һуң да Бибиәсмә Әбдрәхмән ҡыҙы колхозда эшләүен дауам итә. Һуғыштан һуңғы ауырлыҡтар, колхоздың ҡаҡшаған хәле, яралы һалдаттарҙың ҡайта башлауы, ә ҡайтмағандарын көтөүе бик ауыры булғандыр. Шулай яҙмыш әнейемде Чехославакия ерендә ҡаты яраланып, Волгоград өлкәһенең Камышлы ҡалаһында госпиталдә ятып, тыуған ауылына 1947 йылда ғына ҡайтып ингән әтейем Бәхтиғәни Әптелғәни улы Бикбаев менән осраштыра.

Яу яланы үтеп...

Әтейем 1924 йылда Таулыҡай ауылында тыуа, ете класс белем ала. 16 йәшендә өлкән иптәштәрен Алыҫ Көнсығышҡа тимер юл төҙөргә алып киткәндә үҙ һүҙен һүҙ итеп, уларҙан ҡалмай бергә алыҫҡа юлланған. Әйтергә кәрәк, әтейем  бик батыр, көслө, һүҙендә тора белгән, ҡара бөҙрә сәсле, буйға оҙон, тальян гармунда  өҙҙөрөп уйнаған, оҫта бейеүсе, оҫта йырсы ла булған. Иркутск өлкәһендә тимер юлда эшләгәндә һуғыш башлана. Беренсе йылдан йәшең етмәй тип аламайҙар. Әммә ләкин фронт өсөн Даурия ҡалаһында аттар йыйып өйрәтеү кеүек эшкә ҡуша военкомат.

1942 йылдың февралендә 40 вагон атты оҙатып Украинаға тиклем баралар. Һәм тағы кире Алыҫ Көнсығыш, Иркутск, Даурия... Тағы аттар йыйыу, өйрәтеү... Һуғыш яланында атлы армияны тулыландырыу өсөн ярты йылдан 80 вагон ат менән инструктор Бәхтиғәни Бикбаев юлға сыға. Ҡыуандыҡ тимер юлы аша өсөнсө тапҡыр үтә, тыуған яғы, тыуған ауылына 20 саҡырым юл, әммә ләкин өйҙә уны көтөп торған әсәһе, ҡустыһы, өс апаһы менән күрешә генә алмай шул. Атаһының 1942 йылда Калининград янында батырҙарса һәләк булғанын да белмәй һуғыш бөтөп ҡайтҡанынса.

Хеҙмәтен Икенсе Украина фронтында Малиновский етәкселегендә кавалерия дивизияһында дауам итә. Әтейем Молдавия, Румыния, Венгрия ерҙәрен азат итеүҙә ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Будапешты азат иткәндә ҡаты яраланып, Румынияла, шунан Сталинград янында Камышин ҡалаһында госпиталдә ете ай дауалана. Еңеү көнөн дә шунда ҡаршылай. Һаулыҡ нығытыу батальонында була, шунан Дубовский ат заводына ебәрәләр ат өйрәтергә. Тыуған яғына 1946 йылдың декабрендә генә ҡайтып етә.

Эшкә лә, йыр-моңға ла маһир булдылар

Күп миҙал-ордендар күкрәген биҙәп торған һалдатҡа күптәрҙең күҙе төшә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яҙмыш әнейем менән әтейемдең сәсәтәрен сәскә бәйләп, тормош биҙәктәре итеп беҙгә – ете ҡыҙға донъяға килергә насип иткән. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Бәхтиғәни Әптелғәни улы хаҡлы ялға сыҡҡансы “Победа” колхозында бригадир, ферма мөдире булып уңышлы эшләй, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” миҙалы, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың (БР тигән автор?) күп һанлы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

Әнейем, тыл ветераны Бибиәсмә Әбдрәхмән ҡыҙы пенсияға тиклем Ҡыҙылъяр башланғыс мәктәбендә йыйыштырыусы булды. Йәй бесәнселәргә, ураҡсыларға 3-4 мейес икмәк бешереп, ваҡытлыса ойошторолған балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәргә  аш та бешергән. Хеҙмәт ветераны, бик күп бүләк-грамоталар менән бүләкләнгән.

Йыр-моңға ғашиҡ әнейем боронғо оҙон көйҙәрҙе яратып бик матур башҡара торғайны, өҙҙөрөп гармунда уйнаған, моңло итеп йырлаған әтейем һәр бер мәжлестең йәме булды. Ә буй-һынды тура тотоп, икеһенең дә өҙҙөрөп бейеүҙәре әле булһа ла күҙ алдымда тора. Әтейемдең баҡыйлыҡҡа күсеүенә – 12, әнейемдең вафатына 25 йыл булып та китте. Мин үҙем хәҙер пенсия йәшендә. Ҡәҙерле кешеләребеҙҙе мәңге онотмайбыҙ, йыл да рухтарына аят бағышлап, ҡәберҙәрен тәрбиәләп торабыҙ. Шундай иманлы, тәрбиәле, аҡыллы атай-әсәй ҡулында үҫкәнем өсөн Хоҙайыма мең рәхмәтлемен. Улар күргән нужаларҙы балалар күрмәһен, донъялар имен булһын, һуғыштар тамамаланһын инде.

Гөлсинә Ҡунысбаева.

Ҡужанаҡ ауылы.

Читайте нас