Беҙҙең 6300-ҙән ашыу райондашыбыҙ ҡулдарына ҡорал алып, Тыуған ил һағына баҫа. Улар араһында 20-нән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҙа була. Шуларҙың 3700-гә яҡыны ошо ҡан ҡойғос һуғыш ҡорбаны булды йәки хәбәрһеҙ юғалды. 2600-гә яҡын яугиргә генә тыуған яҡтарғ әйләнеп ҡайтырға яҙа.
Алты райондашыбыҙға, йәғни летчик, капитан Филатов Григорий Иванович (1918-2000) – 1943 йылда, гвардия старшинаһы Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы (1909-1943) –1944 йылдың 15 ғинуарында, гвардия сержанты Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы (1921-1943) –1944 йылдың 15 ғинуарында, гвардия старшинаһы Рутчин Алексей Иванович (1911-1943) – 1944 йылдың 22 февралендә, cержант, артиллерист Корнеев Иван Ильич (1914-1989) 1945 йылдың 27 февралендә, гврадия ефрейторы Бедренко Николай Васильевич (1923-1989) 1945 йылдың 28 апрелендә ҡаһарманлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелде.
2025 йылдың 9 майында Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Үткән быуатта ҡалған, тарихҡа ҡан менән яҙылған Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу, Тыуған илебеҙҙе, Европаны фашист ҡоллоғонан азат итеү өсөн күпме совет һалдатының батырҙарса баш һалыуы киң мәғлүм.
Эйе, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, йәки әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәр – бөтәбеҙҙең күңеленә яҡын геройҙар. Әммә яуҙа айырыуса йәнен аямай һуғышҡан, батырлыҡ күрһәткән, әммә бығаса улар хаҡында мәғлүмәт булмаған яҡташтарыбыҙҙың да исемдәре онотолмаҫҡа тейеш.
1996 йылда райондың хәрби комиссариаты мәғлүмәттәренә таянып сығарған “Хәтер” китаптарында күп кенә етешһеҙлектәр бар. Яугирҙәрҙең тыуған йылдары, хәрби вазифалары, һәләк булған урындары тулыһынса индерелмәгән.
2024 йылда Еңеүҙең 80 йыллығына ҡарата ҙур әҙерлек башланды. Хәҙер төрлө хәрби архивтарға таянып, интернет селтәрендәге “Хәтер” сайтында яугирҙәр хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе өҫтәлмәләр менән тулыландырыу эше алып барыла. Ҡаһарман ата-бабалары тураһында бөртөкләп йыйылған мәғлүмәт киләсәк быуындарға кәрәкле булыр. Шул маҡсатта Бөйөк Ватан һуғышы яландарында батырҙарса һуғышып, ҡорбан булған яугирҙәр хаҡында интернет һәм архив мәғлүмәттәре буйынса асыҡлап яҙҙым. Был яҙмалар ҡаһармандарҙың райондаштары, ауылдаштары, туғандары араһында оло ғорурлыҡ уятыр тип уйлайым. Мин мәҡәләләр циклын “Асыҡланмаған батырҙар” тип атаным.
Ейәнсура районы индерелгән “Хәтер” китабының 10-сы томының 230-сы битендә: “Дәүләтшин Дәүләткирәй Шәнгәрәй улы, 1921 йылғы, Ейәнсура районының Элмәле ауылында тыуған, рядовой, уҡсы, 1942 йылдың июль айында хәбәрһеҙ юғалды”, – тип яҙылған.
Әммә интернет селтәрендәге “Халыҡ хәтере” сайтында офицер Дәүләтшин Дәүләт Шәнгәрәй улының хәрби хеҙмәт итеү кенәгәһе һаҡлана. Ул 1920 йылдың август айында алтынсы Үҫәргән волосының Иҫәргән ауылында тыуып үҫкән. Биш класс белемле, Ҡыҙыл Армияға алынғансы «8 март» колхозында иҫәп алып барыусы булыуы, шулай уҡ әсәһе Бәзихә Хәсән ҡыҙы Дәүләтшина тип яҙылған.
Мин ғаиләһенең тулы составын белер өсөн Үҫәргән ырыуы индерелгән “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабының 35-се томындағы 371-се битендәге, 1920 йылғы Бөтә Союз ауыл хужалыҡтарын иҫәпкә алыу буйынса Иҫәргән ауылы индерелгән яҙмаларға байҡау яһаным.
Ул ваҡытта 143 йорттан торған 6-сы Үҫәргән волосына ингән Иҫәргән ауылының 116-сы йорт хужалығында атаһы Дәүләтшин Шәнгәрәй Исмәғил улы теркәлгән. Дәүләткирәйҙең атаһы һәм әсәһе 45 йәштә, йәғни 1875 йылғылар, шулай уҡ 1908, 1912 йылғы апайҙары булыуы яҙылған. Шулай булғас, Дәүләткилде Шәнгәрәй улының атаһы бик иртә үлгән тип фаразлай алабыҙ, сөнки “Хәтер” китаптарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусы, йәки тере ҡайтыусы туғандары яҙылмаған.
Дәүләтшин Дәүләткирәй Шәнгәрәй улы 1940 йылдың 1 сентябрендә Ейәнсура хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылған. Хәрби хеҙмәт юлын хәрби кенәгәһендә яҙыу буйынса 74-cе Тамань исемле уҡсы дивизияның 109-сы полкында уҡсы вазифаһында башлай. 1941 йылдың 22 июнендә фашистик Германия Советтар Союзына һуғыш башлағанда ҡыҙылармеец Дәүләтшин хеҙмәт иткән полк Одесса хәрби округының 9-сы Армия составында булған. Артабан ҡыҙылармеец Дәүләтшин 1941 йылдың июль айынан Башҡортостанда ойошторолған 186-сы уҡсы дивизияның 290-сы полкы составында ҡаты һуғыштарға инә. Көнбайыш фронт йүнәлешендә, Белоруссияны обороналау һуғыштарында ҡатнаша. 1942 йылдың февраль айынан уҡсы дивизия 39-сы Армия составында Калинин фронтындағы ҡан ҡойғос һуғыштарға инә һәм ҙур юғалтыуҙар кисерә.
Отделение командиры Дәүләтшин 1942 йылдың 1 декабрендә беренсе тапҡыр яралана. Ә икенсе яраны 1943 йылдың 2 февралендә алған. Госпиталдә дауаланғандан һуң, командование ҡурҡыу белмәҫ яугирҙе Төркөстан ССР-ындағы Чарджоу ҡалаһында урынлашҡан Орлов исемендәге хәрби пехота училищеһына офицерҙар әҙерләүсе курсҡа йүнәлтә. Ҡыҫҡа ваҡытта өс ай уңышлы хәрби уҡыуҙарҙан һуң Дәүләтшинға кесе лейтенант званиеһы бирелә. Уҡсы взвод командиры вазифаһында хәрби хеҙмәт юлын Брянск фронтының 3-сө армияһына ҡараған 41-се уҡсы корпусының 186-сы Брест исемле Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсы дивизияһының 290-сы уҡсы полкында дауам итә. 1943 йылдың 5 июлендә Орел ҡалаһы йүнәлешендәге ҡаты һуғыштарҙа өсөнсө тапҡыр яраланған. 8441-се һанлы эвагоспиталдә дауалана.
Һауығып сыҡҡас, Үҙәк фронттың 27-се резервтағы офицерҙар составындағы айырым полкына хәрби әҙерлек үткән.
Уҡсы взвод командиры 1944 йылдың башынан фронтҡа инә һәм шул уҡ йылдың 2 мартта дүртенсе тапҡыр яралана. 1944 йылдың май айынан 132-се уҡсы дивизияның 605-се уҡсы полкында уҡсы взвод командиры. Уҡсы дивизия Люблин-Брест хәрби операцияһындағы ҡан ҡойғос ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша.
1944 йылдың 23 майында 605-се уҡсы полк командиры полковник Фоломеевтың лейтенант Дәүләтшинды “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим итеп яҙған награда ҡағыҙынан: “Иптәш Дәүләтшин Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың июль айынан ҡатнаша. Фронтта дүрт тапҡыр яраланды. Орел, Гомель, Боховья ҡалалары янында батырҙарса һуғышты. Ул етәкләгән уҡсы взвод 1943 йылдың июль айында Орел ҡалаһы янындағы һуғыштарҙа 40-тан ашыу немец һалдатын һәм офицерын юҡ итте. Лейтенант Дәүләтшин “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ”, – тип яҙылған. Награда 1944 йылдың 30 майында полк командирының №96/н приказы менән тапшырылған.
Артабан лейтенант Дәүләтшин 47-се Армия составындағы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Польша территорияһына ингән Седлеца районында Буг йылғаһы плацдармында ҡаһарман офицер тағы ҙур батырлыҡ күрһәткән һәм бишенсе тапҡыр ҡаты яраланған.
I Белоруссия фронтының 47-cе Армияға ҡараған 129-сы уҡсы корпус командиры генерал-майор Анашкин Михаил Борисович 1944 йылдың 31 авгусындағы №032 приказы менән өлкән лейтенант Дәүләтшин Дәүләткилде Шәнгәрәй улын юғары хәрби награда – I Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградалай. Яугир йәрәхәтенән Украина ССР, Волынь өлкәһенең Ковель районындағы Старый Мосыр ауылындағы 5146-сы госпиталдә дауалана.
Дауаланғандан һуң ул 1944 йылдың 17 октябрендә I Белоруссия фронтының 60-сы уҡсы корпусына ҡараған 55032-се эвакуация пунктына ебәрелә. 24 йәшлек өлкән лейтенант коммунистар партияһы сафына ҡабул ителеп, 624864-cе номерлы партия билеты бирелгән. Шулай уҡ командованиеның хәрби советының 47-се һанлы приказы менән 1944 йылдың 29 октябренән – 605-се уҡсы полктың рота командиры вазифаһында. Рота командиры өлкән лейтенант Дәүләтшин 132-се Бахмач-Варшава исемендәге ике Ҡыҙыл Байраҡлы, Суворов орденлы уҡсы дивизия составында һуғышҡа инә.
1945 йылдың 18 ғинуарында 605-се уҡсы полк командиры подполковник Баранов батыр офицерҙы хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим итеп яҙған награда ҡағыҙынан: “Хотомов районындағы дошман оборонаһын өҙөү һуғыштарында өлкән лейтенант Дәүләтшин үҙен батыр һәм өлгөлө офицер итеп күрһәтте. Артиллерия әҙерлегенән һуң үҙенең шәхси өлгөһөндә ротаһын атакаға күтәрҙе, бер төркөм яугирҙәре менән фашистар траншеяһына бәреп инде. Үҙенең шәхси хәрби ҡоралын ҡулланып 15 фашист һалдатын юҡ итте. Шулай уҡ блиндажда ҡаршылыҡ күрһәткән 8 немец һалдатын, бер фельдфебелен ҡулға алды. Үҙенең ротаһы менән тиҙ рәүештә Висла йылғаһының ҡаршы ярына сығып нығынды, плацдармада дошманға ҡаты ут асып бөтә полктың һул яҡ ярға сығыуын тәьмин итте”. 1945 йылдың 9 февралендә 47-се Армия командующийы генерал-лейтенант Ф. Перхорович ҙур батырлыҡ яһаған өлкән лейтенант Дәүләтшинға Армияның 015-се һанлы приказы менән хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены биреү ҡағыҙына ҡул ҡуйған.
Варшава – Познань хәрби операцияһының алға барыу һуғыштарында рота командиры Дәүләтшин етенсе тапҡыр 1945 йылдың 5 февралендә яраланған. 1945 йылдың март айына тиклем 2339-cы хәрби эвагоспиталендә дауаланған. Артабан 605-се уҡсы полк составында Көнсығыш Померания хәрби операцияһында Германияны фашистарҙан азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Полк командиры майор Зайцев офицер Дәүләтшинды батырлығы өсөн сираттағы хәрби наградаға тәҡдим итеп яҙған ҡағыҙынан: “Штурмлаусы батальондың рота командиры өлкән лейтенант Дәүләтшин Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың беренсе көндәренән башлап батырҙарса ҡатнаша. Иптәш Дәүләтшинға I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены биреүҙе юллайым”, – тип яҙа.
1945 йылдың 11 апрелендә 47-се Армия командующийы Советтар Союзы Геройы генерал-лейтенант Франц Перхоровичтың 102-се һанлы приказы менән өлкән лейтенант Дәүләтшин икенсе тапҡыр I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Ә оҙаҡ та үтмәй ул Одер йылғаһын кискәндә тағы ла ҙур батырлыҡ күрһәтә.
“Өлкән лейтенант Дәүләтшин Одер йылғаһының һул ярындағы дошман оборонаһын өҙөү һуғыштарында 1945 йылдың 16 апрелендә Германияның Барними районы янында үҙенең ротаһын атакаға күтәрҙе, 14 гитлеровсыны юҡ итте, 5 дошман һалдатын ҡулға алды. Командование ҡуйған хәрби бурысты намыҫ менән үтәне”, – тип яҙа 605-се уҡсы полкы командиры майор Зайцев 1945 йылдың 19 апрелендә яугирҙе Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим итеп яҙған награда ҡағыҙында. 132-се Бахмач-Варшава исемендәге уҡсы дивизияһы командиры Советтар Союзы Геройы полковник Иван Соловьев шул уҡ көндө Элмәле ауылы батырына Ҡыҙыл Йондоҙ ордены биреү тураһындағы документҡа (053-сө һанлы приказ) ҡул ҡуйған.
132-се уҡсы дивизияның хәрби донесение журналындағы яҙыуҙарға таянып шуны өҫтәр инем. Ысынлап та беҙҙең ғәскәрҙәргә Берлин йүнәлешендәге һуғыштарҙа алға барғанда күп ҡаршылыҡтарға осрарға тура килә. Дошман нығытмаларын алыр өсөн күп тимер сыбыҡ, мина, һыу каналдары аша үтергә кәрәк була. 605-се полк Фридландерштром каналын штурмлағанда фашистарҙың 606-сы айырым махсус уҡсы дивизияһының 57-се айырым гренадерҙар батальоны менән ҡаршы алыша. Ошо ҡан ҡойғос һуғыштар ваҡытында офицер Дәүләтшин һигеҙенсегә ҡаты яраланған. Уға 1945 йылдың 7 майында I Белоруссия фронтының 0392-се приказы менән капитан званиеһы бирелә. Хәрби кенәгәлә “Капитан Дәүләтшин Дәүләткилде Шәнгәрәй улы медсанбатта ауыр яранан үлде”, тигән аҙаҡҡы яҙыу бар. 25 йәше лә тулмаған, үтә лә ҡыйыу, батыр хәрби офицер аҙаҡҡы һуғыштарҙа уҡсы штурмлаусы батальонды етәкләгән.
Хәҙерге ваҡытта Элмәле ауылында йәшәүсе иң өлкән 1929 йылғы Камилла инәй Юлдыбаеваның хәтерләүҙәренән: “Мин 1949 йылда ауылға килен булып төшкәндә Бәзихә инәй иҫән ине әле. Ул беҙгә улы Дәүләткирәйҙең һуғышта командир булыуы, иптәштәре уның батырҙарса һәләк булыуы тураһында хат яҙыуын һөйләй торғайны. Шулай уҡ Дәүләткирәй ағайҙың 1908 йылғы Файза, 1912 йылғы Мәғәфүрә исемле апайҙары булды. Улар күптән мәрхүмдәр инде”, – тип һөйләне.
Гвардия капитаны Дәүләтшин Дәүләткирәй Шәнгәрәй улы Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән алып Бөйөк Еңеүҙең аҙаҡҡы көнөнә тиклем үҙен йәлләмәй ауыр һуғыш юлы үтеп һәләк булған. Бөтәһе фронтта һигеҙ тапҡыр яраланып, аҙаҡҡы йәрәхәтенән һауыға алмай медсанбатта вафат була. Уның Тыуған ил алдындағы батырлыҡтары: “Батырлыҡ өсөн” миҙалы (30.05.1944 №96), I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы (31.08.1944 №032), Ҡыҙыл Байраҡ (09.02.1945 №015), I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы (11.04.1945 №102), Ҡыҙыл Йондоҙ (19.04.1945 №053) ордендары менән баһаланған.
Батырлыҡты үлсәүгә һалып булмай, тиҙәр. Ә мин шулай ҙа ҡаһарман офицерҙың 1945 йылдың 18 ғинуарындағы үҙ ротаһы менән Висла йылғаһын иң беренсе кисеп, плацдарм яулап полктың уң яҡ ярға сығыуын тәьмин итеүен иң ҙур батырлыҡҡа тиңләр инем. Бындай, иң беренсе плацдарм яулап ғәскәрҙәрҙең ҡаршы яҡҡа сығыуына булышлыҡ иткән күп осраҡта, төркөм командирҙарына Советтар Союзы Геройы исемдәре бирелгән.
Ауылдаштары, туғандары, район халҡы Элмәле ауылының батыр офицеры менән һис шикһеҙ ғорурлана ала. Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған яугиребеҙҙе, уның батырлыҡтарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Ришат Ҡыуатов.
Сәғит ауылы.