Байдәүләт ауыл биләмәһе художестволы үҙешмәкәр ансамблдәре: "Ҡарәсәй" - "Ҡом бураны", "Хәтирә" - "Бәпес күреү", "Килендәр" - "Етеле шәм", "Умырзая" - "Кис ултырыу", "Һүрәм "халыҡ фольклор ансамбле - "Сплав" тамашаһын ҡуйҙылар. Килештерҙеләр!
Ибрай урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла сығыш яһаны. Уҡытыусылар хоры, Шайморатовсыларҙың йыры, Иҫәнсурин Асҡарҙың халыҡ йыры "Ильяс"ты башҡарыуы, Йәғәфәрова Ынйының бейеүе, 6-сы класс уҡыусылары Исхаҡова Руфина менән Байсурина Илнараның "Нуғайбәк" йырын йырлауы тамашасылар күңеленә хүш килде.
"Ынйыҡай" һәм "Азамат" балалар баҡсалары балалары ла ситтә ҡалманы.
Байдәүләт ауыл биләмәһе эстафетаны артабан Таҙлар ауыл биләмәһенә тапшырҙы.
Земфира Аҡбутина, уҡытыусы-шағирә.