Миңлеғәле Ҡуланчин 1923 йылда Ейәнсура районы Сәғит ауылында тыуып үҫкән. Ауылда башланғыс белем ала, Байыш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Атайы Әхмәҙи Йәләл улы – 1904, ә әсәһе Әсҡәпямал Ҡуланчина 1906 йылғы булғандар. Миңлеғәле Әхмәҙи улы Бөйөк Ватан һуғышы башланғас уҡ “Сәғит” колхозында төрлө эштәрҙә эшләй, 1941 йылда ауылдашы Хәипямал Исмәғил ҡыҙы Хәмиҙуллинаға өйләнә. 1942 йылдың 22 февралендә Ейәнсура хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Урал хәрби округында Башҡортостан һәм башҡа яҡын өлкәләрҙән саҡырылған ир-егеттәр иҫәбенә тулыландырылған 273-сө Бежицкий исемендәге уҡсы дивизияның 812-се артиллерия полкында хеҙмәтен башлай. Һуғышҡа ингәнсе танкка ҡаршы артиллерия орудиеһының тоҫҡап атыусыһы вазифаһында өйрәнеүҙәр курсын тамамлай.
Ҡыҙылармеец Ҡуланчин һуғыш сирҡанысын Мәскәү ҡалаһы һәм Воронеж фронты йүнәлешендә ала. Артабан Дон, Брянск фронттарында, Сталинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша.
1943 йылда артиллерист Ҡуланчинға “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы тапшырылған. Ә 1944 йылдың 20 июлендә Белоруссия фронты составындағы ҡаты һуғыштарҙа күрһәткән ҡыйыулығы өсөн 812-се артиллерия полкы командиры подполковник Верзановтың 046-cы приказы менән “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Дүртенсе батареяның төҙәп атыусыһы Ҡуланчин 1944 йылдың 27 ғинуарынан алып 4 февраленә тиклем алға барыу һуғыштарында орудиеһы менән ике отделениенан ашыу фашисты юҡ итә. Наградаланыусылар араһында Абзандан Зәйни Шәйәхмәтов та бар.
Кесе сержант Ҡуланчин Миңлеғәле Әхмәҙи улы I Украина фронты йүнәлешендәге ҡаты һуғыштарҙа тағы ҙур батырлыҡ күрһәтә. 812-се Владимир-Волынь исемендәге артиллерия полкы командиры подполковник Горбачев, 1944 йылдың 26 августында кесе сержант Ҡуланчинды батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим итеп яҙа. Награда ҡағыҙынан: “Висла йылғаһын кисеп артабан алға барыу һуғыштарында иптәш Ҡуланчин үҙен ҡурҡыу белмәҫ батыр һәм тоҫҡап атыусы итеп күрһәтте. 1944 йылдың 2 авгусынан алып ун көн барған һуғышта Ҡуланчиндың орудиеһы хәрби бурысты үтәүгә ҙур өлөш индерҙе. 8 августа уның мәргәнлеге фашистарҙың взводҡа яҡын һалдатын, ике боеприпас тейәгән ылауын, батарея менән берлектә дошман артиллерия һәм миномет нөктәләрен юҡ итте. Ә10 августа гитлерсыларҙың танк контратакаһын ышаныслы кире ҡаҡты”, – тип яҙа. 273-сө уҡсы дивизияның артиллерия командующийы полковник Винарский тоҫҡап атыусы Ҡуланчинға Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырыу ҡағыҙына ҡул ҡуя. Әммә 273-сө уҡсы дивизия командиры генерал-майор Лотоцкий 114-се һанлы хәрби приказ менән 1944 йылдың 22 сентябрендә Миңлеғәле Ҡуланчинды III Дәрәжә Дан ордены менән бүләкләй. Ул шулай уҡ коммунистар партияһы ағзаһына кандидат итеп ҡабул ителә.
Оҙаҡ та үтмәй батыр артиллерист Висла плацдармаһы өсөн һуғыштарҙа икенсегә батырлыҡ күрһәтә. 812-се артиллерия полкы командиры подполковник Горбачев уны II Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы орденына тәҡдим итә. Награда ҡағыҙынан: “Висла йылғаһының һул ярындағы ҡаты һуғышта үҙен ышаныслы һәм батыр тоҫҡап атыусы итеп күрһәтте. 1944 йылдың 11 сентябренән 15 сентябргә тиклем барған һуғыштарҙа иптәш Ҡуланчин тура новодка менән атып, ике немец танкаһын яндырҙы, фашистарҙың һигеҙ танк һәм пехота контратакаһын кире ҡаҡты, бер взводтан ашыу дошман һалдатын, алты пулемет нөктәһен юҡ итте. Орудиеһы сафтан сыҡҡас, иптәш Ҡуланчин расчеты менән берлектә оборона ойошторҙо, тағы фашистарҙың бер контратакаһын кире ҡағып, үҙе генә шәхси ҡоралынан ундан ашыу гитлерсыны юҡ итте”.
273-сө Бежицкий исемендәге уҡсы дивизияның артиллерия командующийы гвардия полковнигы Винарский 1944 йылдың 3 октябрендә Ҡуланчинға II Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены биреүҙе юллаған ҡағыҙҙы раҫлаған. Әммә ләкин 273-сө уҡсы дивизияны яңы ғына ҡабул итеп алған полковник Синкин 1944 йылдың 22 октябрендәге 133-сө номерлы приказы менән кесе сержант Ҡуланчинға икенсе тапҡыр III Дәрәжә Дон орденын тапшырыу ҡағыҙына ҡул ҡуя.
1945 йылдың февраль айындағы Нижне-Селезия хәрби операция һуғыштарында Польша территорияһында кесе сержант Ҡуланчин тағы ҙур батырлыҡ күрһәтә.
812-cе артиллерия полкы командиры подполковник Горбачев, хәрби батырлығы өсөн батыр артиллеристы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим итеп яҙа. “1945 йылдың 22 февраленән Бреслау ҡалаһында ҡамалған дошман төркөмөн юҡ итеү һуғыштарында үҙен ҡурҡыу белмәҫ артиллерист итеп күрһәтте. Фашистарҙың пулемет, миномет уты аҫтында үҙенең орудиеһын тура новодкаға ҡуйып, дошмандың ике пулемет нөктәһен, танкка ҡаршы пушкаһын, взводтан ашыу фашист һалдатын юҡ итте. Бының менән совет пехотаһына алға барыу өсөн юл асты”.
Бреслауҙа кесе сержант Ҡуланчин ҡаты яралана. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены биреү ҡағыҙына 273-сө Бежицкий исемендәге уҡсы дивизияның артиллерия командующийы гвардия полковнигы Винарский төҙәтмә индереп, ҡыйыу артиллеристҡа II Дәрәжә Дан ордены биреүҙе раҫлап ҡул ҡуйған. Артабан алтынсы Армияның артиллерия командующийы генерал-майор Квашневский 1945 йылдың 31 мартында 022-се хәрби приказы менән 812-се Владимир-Волынь исемендәге артиллерия полкының дүртенсе батареяһының төҙәп атыусыһы, кесе сержант Ҡуланчин Миңлеғәле Әхмәҙи улына II Дәрәжә Дан ордены тапшыра. Госпиталдән һауығып сыҡҡан ҡыйыу артиллерист хеҙмәтен Көнсығыш Пруссияла дауам итә. Һуңынан уларҙың артиллерия полкы Ленинград өлкәһенә ҡайтарыла. Кесе сержант Ҡуланчин Совет Армияһы сафынан запасҡа 1947 йылда ебәреләр.
Өс Дан орденына лайыҡ булған яугирҙе тыуған ауылында көтөүсе булмай. Әсәһе Әсҡәпямал Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк вафат булһа, атаһы 1944 йылда ҡаты һуғыштарҙа башын һала. Бәләкәй туғандары балалар йортонда була. Ҡатыны Хәипямалды ике кг май өсөн төрмәгә ултыртҡандар, улы Арслан да үлеп ҡалған.
Колхоз етәкселеге менән килешмәгән яугир Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһына рудникка эшкә китә. Шахтала электриктар бригадаһы етәксеһе була. Ауылдашы Зөбәржәт Хәмиҙуллинаға өйләнә, ҡыҙҙары Зилә (1952) һәм Шәүрә (1955) тыуа. (Хәҙер мәрхүм).
Миңлеғәле Әхмәҙи улы 1956 йылда шахтала фажиғәле һәләк була. Беләҙтамаҡ мосолмандар зыяратында ерләнә.
Артиллерист, кесе сержант Миңлеғәле Әхмәҙи улы Ҡуланчин Бөйөк Ватан һуғышы яландарында хәрби присягаға тоғро ҡалып, йәнен, үҙен аямай һуғыша һәм уның батырлыҡтары Өс Дан ордены, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалдары менән баһалана. Шулай уҡ яҡташыбыҙға 1946 йылда “1941-1945 йылдарҙа тылда фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы бирелә.
1980 йылдарҙа, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы алдынан Дан ордендарының тулы кавалерҙарын Советтар Союзы геройы исеме алыусыларға тиңләнеләр. Ҡуланчиндың награда ҡағыҙҙарында командованиеның иғтибарһыҙлығы арҡаһында статустар теҙмәһе боҙолған. 1980-1990 йылдарҙа шундай яңылышлыҡтарҙы һуғыш ветерандары ғариза яҙып архивтар аша Дан орденының эҙмә-эҙлекле статусын төҙәтә алған. Мәҫәлән, Учалы районы яугире Хилажев Мәүлит Хилаж улы Рәсәй оборона министры приказы менән 1994 йылда I Дәрәжә Дан ордены менән яңынан наградалана.
Беҙҙең 33 йәшендә генә вафат булған герой яҡташыбыҙға Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығын да күрергә насип булмай. Үҙе иҫән булмағас Рәсәйҙең Оборона министрлығына мөрәжәғәт итә лә алмай. Шуға күрә лә беҙ, райондаштары, артиллерист Ҡуланчин Миңлеғәле Әхмәҙи улын Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында уны оло хөрмәт менән Дан ордендарының тулы кавалеры тип иҫәпләй алабыҙҙыр, тип уйлайым. Был хатаны беҙҙең быуын ғына төҙәтә ала.
Ришат Ҡыуатов.
Сәғит ауылы.