Ә летчик-штурмовик Муса Гәрәевҡа был юғары исем ике тапҡыр бирелгән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путин һуғыш яланында күрһәткән батырлығы өсөн 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирҙе.
Эйе, халыҡ хәтере мәңгелек. Мин шуларға өҫтәп, Башҡортостандың тағы 136 ҡыйыу яугиренә командирҙары Советтар Союзы Геройы исеме биреүҙе юллап награда ҡағыҙҙары тултырыуын, ҡайһы бер өлкән чинлы хәрби составтың Герой исемен раҫламауҙары осрағында орден биреүе тураһында яҙып үткем килә. Шул 136 яугирҙең икәүһе – беҙҙең Ейәнсура районынан: Иҙелбәк ауылынан Дәүләтбәков Әхмәтйән Уйылдан улы менән Элмәленән Дәүләтшин Ғәзиз Йыһангир улы.
Ул 1909 йылда 6-сы Үҫәргән волосының Иҙелбәк ауылында тыуған. 1920 йылғы Бөтә Союз ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйынса архив яҙмаларынан күренеүенсә, Әхмәтйән Уйылдан улы Иҙелбәк ауылында 17-се йорт хужалығында теркәлгән. Атаһы Дәүләтбәков Уйылдан Хөрмәт улы – 1869 йылғы, башҡорт, әсәһе 1879 йылғы булыуы, шулай уҡ 1912 һәм 1916 йылғы һылыуҙары теркәлгән.
Архивта һаҡланған Я №286796 хәрби иҫәп алыу карточкаһында ул үҙ аллы ике класс белем алыуы, 1931 йылдың 10 сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына Ҡырғыҙстандың Фрунзе район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылыуы, шулай уҡ 1932 йылдың 1 майында хәрби ант ҡабул итеүе тураһында яҙмалар бар.
Хәрби хеҙмәтен 7-се Төркөстан атлы дивизияһының 79-сы атлы полкында башлаған. Артабан Тажикстандың Дүшәнбе ҡалаһы горнизонында дауам итеп, “баҫмасыларға” ҡаршы төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Кавалерист Дәүләтбәков хеҙмәтен 1933 йылдың 25 октябрендә тултырып, тыуған Иҙелбәк ауылына ҡайтҡан. 1934 йылда “Һаҡмар” совхозында ойошторолған тракторсылар курсын тамамлап, тәгәрмәсле ХТЗ тракторында яңы ойошторолған “Ейәнсура” һарыҡсылыҡ совхозында эш башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, I категориялы хәрби иҫәптә тороусы Әхмәтйән Уйылдан улын иң беренселәрҙән булып, 1941 йылдың июнь айында уҡ мобилизация буйынса Ҡыҙыл Армия сафына саҡырталар. Рядовой Дәүләтбәков 18-се Армия составына ингән 96-сы таулы уҡсы дивизияһының 146 еңел артиллерия полкында Көньяҡ фронт йүнәлешендәге ҡаты һуғыштарға инә.
Артабан 9-сы Армия составында Первомайск, Николаев, Дондағы Ростов ҡалаларын обороналауҙа ҡатнашҡан. Шул уҡ йылда ҡаты һуғыштар ваҡытында беренсе тапҡыр еңелсә яраланған.
Ә 1942 йылдың 24 ғинуар айынан яңы ойошторолоп ҡаты һуғыштарҙа сынығып гвардия исеме алған 14-се гвардия уҡсы дивизияһының 33-сө гвардия артиллерия полкы составында фашистарға ҡаршы һуғышҡа ингән. Артабан 21-се Армия составында Сталинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша. Бөтә 14-се гвардия дивизияһы яугирҙәре менән берлектә рядовой Әхмәтйән Дәүләтбәков “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалына лайыҡ була.
1943 йылдың ғинуар, февраль айҙарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың Донбасс йүнәлешендә икенсегә ауыр яралана. Шул уҡ йылдың мартында Харьков йүнәлешендәге оборона һуғыштарында орудиены төҙәп атыусы гвардия рядовойы Дәүләтбәков фашист окуппанттарына ҡаршы һуғышта ҙур батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 30 апрелендә 33-сө гвардия артиллерия полкы командиры №04 хәрби приказы менән “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Артабан гвардия рядовойы Дәүләтбәков II Украина фронты составында Белград-Харьков алға барыу хәрби операцияһында, Днепр йылғаһы плацдармы, Украинаның ҡалаларын, ауылдарын фашист ҡоллоғонан азат итеү өсөн һуғыша.
1944 йылдың 8 мартында Украинаның Кировград ҡалаһы янында барған ҡан ҡойошта артиллерист Дәүләтбәков аяғына өсөнсө тапҡыр ҡаты яралана. Хәрби госпиталдә дауалана. Шул уҡ йылда коммунистар партияһына ағзаһы итеп ҡабул ителә.
Госпиталдән һауығып сыҡҡас, хәрби юлын үҙенең, 1945 йылдың ғинуар айынан I Украина фронтының 5-се гвардия составына ингән 33-сө гвардия артиллерия полкында дауам итә.
Висла-Одер операцияһы һуғыштарында артиллерист Дәүләтбәков Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡлы батырлыҡ күрһәткән. Ошонда ул дүртенсегә ҡаты яралана. 33-сө гвардия Висла исемендәге артиллерия полкы командиры подполковник Антохин командованиеға 1945 йылдың 10 февралендә гвардия артиллерисы Дәүләтбәковҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе һорап яҙған награда ҡағыҙынан: “1945 йылдың 22 ғинуарында 36-сы гвардия уксы полк (Өҫкө Синезия, Германия) Одер йылғаһының Эйхенряд ауылы янына килеп етте. Ошо уҡ төндә фашистарҙың пуля, артиллерия һәм миномет уты аҫтында наводчик Дәүләтбәков иң алғы совет пехотаһы отряды менән үҙҙәре эшләгән һалдарҙа Одер йылғаһын йөҙөп сыҡты. Фашист ғәскәрҙәре обороналаған нығытмаһына үҙенең орудиеһын тура наводкаға ҡуйып ут асып, совет пехотаһы төркөмөнә Эйхенряд ауылы янындағы плацдармды яулап алыуға өлөш индерҙе.
1945 йылдың 23 ғинуарында фашист ғәскәрҙе совет ғәскәрҙәрен яулап алынған плацдармдан алып ырғытыу маҡсатында, авиация, танктар, үҙ йөрөшлө артиллерия установкалары ҡулланып, көслө контратакаға ташланды. Көн буйына көсөргәнешле һуғыш барҙы. Одер йылғаһының плацдармында беҙҙең бер төркөм яугир ҙур батырлыҡ күрһәтеп, фашистарҙың ете контратакаһын кире ҡаҡты. Артиллерист Дәүләтбәков дошмандың үлемесле уты аҫтында орудиеһын тура наводкаға ҡуйып, фашистарҙың 40-тан ашыу һалдатын һәм офицерын, ике бронетранспортерын атып юҡ итте. Ҡаты һуғышта дошман уты орудиеһын эштән сығарғас, оборонаға ятты һәм үҙенең шәхси ҡоралы менән фашистар контратакаһына ҡаршы торҙо. Үҙ ғүмеренә үлем янаһа ла батыр артиллерист артҡа сикмәне, плацдарм һаҡланып ҡалды.
Одер йылғаһын кискәндә һәм плацдарм өсөн күрһәткән айырыуса ҙур батылыҡтары, хәрби бурысты намыҫ менән үтәгәне өсөн иптәш Дәүләтбәков Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүгә лайыҡ”, – тип яҙа.
1945 йылдың 25 февралендә 14-се Винница исемле Ҡыҙыл байраҡлы уҡсы дивизия командиры, гвардия полковнигы Горячев та награда ҡағыҙын артиллерист Дәүләтбәковҡа Советтар Союзы Геройы исеме, “Алтын йондоҙ” миҙалы менән Ленин ордены алыуға лайыҡ тип раҫлаған.
Әммә 5-се гвардия Армияһының артиллерия командующийы гвардия генерал-майоры Полуэктов батыр яугиргә Ленин ордены ғына биреүгә ҡул ҡуйған. 1945 йылдың 17 майында 5-се гвардия Армияһы командиры гвардия генерал-полковнигы Жадов менән Армияның Хәрби Совет ағзаһы гвардия генерал-майоры Кривулин да награда ҡағыҙына гвардия рядовойы Дәүләтбәковҡа Ленин ордены тапшырыуҙы раҫлап ҡул ҡуя. Шулай 1945 йылдың 27 июнендә артиллерист гвардия рядовойы Әхмәтйән Дәүләтбәков СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән юғары награда – Ленин ордены менән бүләкләнә.
Одер йылғаһындағы плацдарм өсөн һуғышта Дәүләтбәков дүртенсе тапҡыр яралана. Артабан артиллерист Дәүләтбәков Берслау, Сандамир ҡалалары, Нейсе йылғаһы буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1945 йылдың 22 апрелендә ҡаты бәрелештә тағы ҙур батырлыҡ күрһәтә. 33-се гвардия артиллерия полкы командиры гвардия подполковнигы Антохиндың Дәүләтбәковты Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим итеп яҙған награда ҡағыҙынан: “1945 йылдың 22 апрелендә Кашенеу ҡалаһы районында немецтар ҙур контратакаға күтәрелде, ҡурҡыныс хәл килеп тыуҙы. Шул мәлдә орудие төҙәп атыусыһы Дәүләтбәков тура наводка менән фашистарҙың 30-ҙан ашыу һалдатын һәм бер танкаһын атып яндырҙы. Коммунистар партияһы ағзаһы булараҡ ул һәр ваҡыт Ленин-Сталин партияһына тоғро ҡалды. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирелеүгә хаҡы бар” – тип яҙа.
14-се гвардия уҡсы дивизияһының командиры гвардия полковнигы Сикорскийҙың №042 приказы менән 1945 йылдың 6 июнендә кесе сержант Дәүләтбәков хәрби Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Батыр артиллерист хәрби юлын Чехословакияның Прага ҡалаһында тамамлай. Шулай уҡ “Праганы азат иткән өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Ришат Ҡыуатов.
Сәғит ауылы.