Ғәзиз Дәүләтшин 1921 йылдың 15 декабрендә 6-сы Үҫәргән волосының Иҫәргәп ауылында тыуған. Әммә 1920 йылғы Бөтә Союз ауыл хужалығы иҫәбен алыу ҡағыҙҙары буйынса атаһы – 1873 йылғы Йыһангир Йосоп улы Дәүләтшин һәм уның ғаиләһе күрше Сәғит ауылында теркәлгән. Заманына “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлап, күрә бик уҡымышлы мулла һәм мөғәлим булған ғаилә башлығы төрлө ауылдарҙа балаларға белем бирә. 1929 йылдың май айында ауылдарҙа коллективлаштырыу башланғас Йыһангир менән уның ағаһы Шамилдың ғаиләләрен 3 йылға Себер тарафтарына һөргөнгә ебәрәләр.
Һөргөндән ҡайтҡас Байыш ауылында төпләнә, ғаилә башлығы Чкалов исемендәге колхозға ағза булып инә. Оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыусы, талантлы йырсы Йыһангир Дәүләтшин Иҫәргәп ауылының данлы ҡурайсыһы Камалетдин Аҡъегетов менән Өфө һәм Мәскәү сәхнәләрендә сығыш яһайҙар, халыҡ һөйөүен яулайҙар.
Ғәзиз Йыһангир улы ла шул уҡ колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ул бер төркөм иптәштәре менән Ейәнсура районы хәрби комиссариатынан саҡырыуҡағыҙы ала. Ҡыҙылармеец Дәүләтшин хәрби хеҙмәтен1942 йылдың 6 февралендәСвердловск өлкәһендәге Елань хәрби әҙерлек лагерында, йәғни Көньяҡ Урал хәрби округының 44-се запастағы дивизияһының 384-се запастағы полкында башлай.
Заманына күрә төплө белем алған Ғәзиз Йыһангир улы кесе командирҙар әҙерләү курсын тамамлай. Ә 1942 йылдың августынан яңы төҙөлгән 270-се уҡсы дивизияның 977-се уҡсы полкы составында миномет расчеты командиры вазифаһында Воронеж фронты йүнәлешендәге ҡаты һуғыштарға инә.
1943 йылдың февраль айынан 69-сы Армия составында Полтава ҡалаһы һәм Харьков оборонаһы хәрби операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың июль айынан 7-се гвардия армияһы составында Белгород ҡалаһы өсөн ҡан ҡойғос һуғыштарға инә. Калинин фронты йүнәлешендә алышта ҙур батырлыҡ күрһәтә.
977-се уҡсы полк командиры майор Беспятовтың Дәүләтшинға яҙған награда ҡағыҙынан: “3-сө уҡсы батальондың 3-сө миномет ротаһының миномет расчеты командиры өлкән сержант Дәүләтшин Ғәзиз Йыһангир улы Тыуған илебеҙ өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа ҡыйыу һуғыша. 1943 йылдың 15 июлендә сержант Дәүләтшин үҙ расчеты менән оҫта атып фашистарҙың ут нөктәләрен, нығытмаларын юҡ итте, пехота контратакаһын кире ҡаҡты. Шулай уҡ “исемһеҙ” ҡалҡыулыҡты алғанда фашистарҙың ике пулемет нөктәһен, 15 һалдатын юҡ итте. 1943 йылдың 22-23 июлендә Мясоедово ауылы өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа үҙ миномет расчеты менән 20 гитлерсыны юҡ итеп, бер ҡул пулеметын һәм автоматтарын ҡулға төшөрҙө”, – тип яҙа.Ошо һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы өсөн өлкән сержант Дәүләтшин 977-се уҡсы полк командирының №12 хәрби приказы менән 1943 йылдың 19 октябрендә хәрби награда – “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була. Ҡыйыу расчет командирын коммунистар партияһы сафына ҡабул итеп,5167184-сеһанлы билет тапшыралар.
1943 йылдың 1 сентябренән Ғәзиз Йыһангир улы хеҙмәт иткән хәрби часть 43-сө Армия составында Смоленск, Духовщина-Демидов алға барыу хәрби операцияларында ҡатнаша. Артабан барған ҡаты һуғыштарҙа өлкән сержант Дәүләтшин батырлығы өсөн тағы 977-се уҡсы полк командиры тарафынан наградаға тәҡдим ителә. “Тыуған илебеҙ өсөн барған һуғыштарҙа иптәш Дәүләтшин үҙен ҡурҡыу белмәҫ оҫта расчет командиры итеп күрһәтте. 1943 йылдың 14 сентябрендә Боровая һәм Ганаусово поселоктары өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа фашистарҙың өс ут нөктәһен юҡ итеп, совет пехотаһының алға барып тораҡ пункттарҙы алыуына ҙур өлөш индерҙе. 1943 йылдың 16 сентябрендә иптәш Дәүләтшин үҙ расчеты менән дошмандың ике контратакаһын кире ҡағып, фашистарҙың 50-гә яҡын һалдатын юҡ итте. Хәрби бурысты намыҫ менән үтәгән өлгөлө расчет командиры булараҡ, батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ”, – тип яҙа уҡсы полк командиры майор Беспятов.
Әммә 270-се Демидов исемендәге уҡсы дивизияның командиры полковник Беляев 1943 йылдың 16 ноябрендәге 049-сы һанлы хәрби приказы менән миномет расчеты командиры өлкән сержант Дәүләтшинға икенсе тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тапшыра.
Артабан өлкән сержант Дәүләтшин Ейәнсура районы хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса 1943 йылдың аҙағында хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелә. Рәсәй Дәүләт Хәрби архивының 07-се эш яҙмаларына ҡағылышлы сығанаҡтар буйынсаминомет расчеты командиры Белоруссияның Витебск ҡалаһы йүнәлешендәге хәрби операция барышында яралы килеш дошман ҡулына эләккән. Әммә ул фашист тотҡононда һанаулы көндәр генә була – I Прибалтика фронтының 43-сө Армияһына ҡараған 204-се уҡсы дивизияһы совет һалдаттары тарафынан азат ителә.
Дивизия медсанбатында дауаланғандан һуң Дәүләтшин хәрби юлын 1-се Гвардия уҡсы корпусына ҡараған 730-сы уҡсы полкы составында дауам итә. Взвод командиры ярҙамсыһы вазифаһында ҡаты һуғыштарға инә. Шяуляй, Прибалтика алға барыу операцияларында ҡатнаша.
Өлкән сержант Дәүләтшинды I Прибалтика фронтының 12-се айырым резервтағы хәрби офицерҙар әҙерләү полкына оҙаталар. Өс ай әҙерлек үткәс, Дәүләтшинға 1944 йылдың 5 октябрендә кесе лейтенант званиеһы бирелә. 51-се Армия составындағы 1-се гвардия уҡсы корпусының, 204-се Витебск исемле уҡсы дивизияһының 730-сы полкындағы 3-сө ротаһына взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Ул ваҡытта I Прибалтика фронты Мемель (Клайпеда) йүнәлешендә һәм фашистарҙың Курляндия группировкаһын тиҙ арала, ҡоро ерҙә ҡамау буйынса һуғыштар алып бара.
Полктың донесениелар журналындағы архив яҙмалары буйынса 1944 йылдың 8 октябрендә иртәнге сәғәт 10-дасовет артиллерияһының дошманға ҡаршы хәрби ут әҙерлегенән һуң беҙҙең совет пехотаһы атакаға күтәрелә. 204-се Витебск исемле уҡсы дивизия һалдаттары Шанняруй йылғаһының ҡаршы ярында нығынған фашист нығытмаларынан яуған көслө ҡаршы уттан оборонаға күсергә мәжбүр була. Авангардта барған полк командиры алға барыу өсөн юл асыу маҡсатында иң ышаныслы командирҙарҙың береһе булған, коммунистар партияһы ағзаһы кесе лейтенант Дәүләтшиндың взводына алдағы фашистар нығытмаһын өҙөп, йылғаның ҡаршы ярында плацдарм алып төп көстәрҙе сығарыу буйынса оператив хәрби бурыс ҡуя.Ейәнсура районының ҡурҡыу белмәҫ яугире Литва ССР-ын фашистарҙан азат итеү буйынса барған ҡан ҡойғос һуғышта үҙенең үлемһеҙ батырлығын яһай.
730-сы уҡсы полк командиры подполковник Губаревичтың 1944 йылдың 30 декабендә уҡсы взвод командиры кесе лейтенант Дәүләтшинға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме биреүҙе юллап яҙған награда ҡағыҙынан: “1944 йылдың 8 октябрендә кесе лейтенант Дәүләтшиндең взводы Покальнишки ауылын яулап алды һәм дошманды эҙәрлекләп артҡа сигендерҙе. Ҡаршы яҡ ярға сыға торған күпер фашистар тарафынан яндырылған ине.
Лейтенант үҙенең взводы менән йылғаны кисеп сығып, фашистар нығытмаһын яулап алып, плацдармда оборонаға нығынды. Дошмандар плацдармда нығынған совет һалдаттарына ҡаршы танктар, бронялы техника ҡулланып, өс ҙур контратака яһаны. Бөтә контратакалар Дәүләтшиндың уҡсы взводы тарафынан кире ҡағылды. Аҙаҡҡы атака ваҡытында кесе лейтенант батырлыҡ өлгөһө күрһәтеп, танкка ҡаршы граната ярҙамында фашист бронетранспортерын яндырҙы, әммә үҙе лә ҡаты яра алды. Дошман ауыр танкалар ҡулланып сираттағы көслө контратакаға күсте һәм уҡсы взвод нығынған оборона һыҙығына килеп етте. Кесе лейтенант Дәүләтшин ауыр яраланыуына ҡарамаҫтан һуғыш яланын ташлап китмәне, уҡсы взвод менән командалыҡ алып барҙы. Көслө һыҙлауына ҡарамаҫтан, оборона һыҙығына килеп ингән фашист танкаһына граната менән ҡаршы ташланды һәм яндырҙы. Үҙе лә батырҙарса һәләк булды. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм геройлығы өсөн кесе лейтенантДәүләтшин үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүгә лайыҡ”.
1945 йылдың 18 ғинуарында 204-се Витебск исемендәге уҡсы дивизия командиры генерал-майор Байдак полк командирының кесе лейтенант Дәүләтшингә Советтар Союзы Геройы исеме биреүгә юллап яҙған награда ҡағыҙын төҙәтеп, яугиргә I Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены биреүҙе раҫлап ҡул ҡуйған. Артабан 1-се гвардия уҡсы корпусы командиры гвардия генерал-майоры Федюкин 1945 йылдың 25 ғинуарында 06-сы һанлы хәрби приказында кесе лейтенант Дәүләтшин Ғәзиз Йыһангир улына үлгәндән һуң I Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены биреүгә ҡул ҡуйған. Шулай уҡ хәрби көстәр кадрҙарының 04139-сы һанлы приказы менән лейтенант Дәүләтшин 1944 йылдың 26 декабрендә үлгәндән һуң дивизия штатынан төшөрөлгән. Литва ССР-ының Шяуляй уезы, Крупяйск волосының Кеиды ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнде, тип тыуған ауылына “похоронка” ҡағыҙы хәрби часть тарафынан ебәрелгән. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса, ҡаты яралы, иҫһеҙ ятҡан совет офицерын санинструкторҙар һуғыш яланынан табып, алыҫ тылға оҙатҡан була. Бөйөк Еңеүҙе Мәскәү өлкәһендәге хәрби госпиталдә ҡаршылай батыр яугир. Һауығып сыҡҡас, Мәскәү өлкәһенең Орехово-Зуево ҡаласығында урынлашҡан хәрби горнизон штабында хеҙмәт итә. Шулай уҡ хәрби архив яҙмаларына таянып, шуны өҫтәр инем: Ғәзиз Йыһангир улын 1947 йылдың 12 февралендә СССР-ҙың хәрби көстәре кадрҙары начальнигы генерал-майор Свинцов 0220-се һанлы приказы менән ҡабат тереләр исемлегенә индерә. Батыр яугиргә I Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм “1941-1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн” миҙалы тапшырыла. Артабан хәрби офицерҙы Урта Азияға Ҡыҙыл байраҡлы Төркөстан хәрби округына оҙаталар. Әммә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң хәрби частарҙы ҡыҫҡартыу сәбәпле, Ғәзиз Йыһангир улы Совет Армияһы сафынан демобилизациялана һәм артабанғы тормошон тыныс хеҙмәткә бағышлай. Ҡырғыҙстандың Джалал-абад ҡалаһындағы техникумда рус теле уҡытыусыһы булып эш башлай, балалар уҡыта. Өфө ҡалаһында йәшәүсе 1957 йылғы Земфира Ғәзиз ҡыҙы Дәүләтбәкова-Дәүләтшина атаһы тураһында хәтирәләренән:
– Атайым менән әсәйем Джалал-абад ҡалаһында танышып өйләнгәндәр. Әсәйем Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан Наширванова Фатима Хажи ҡыҙы. Беҙ дүрт бала ла Урта Азияла тыуҙыҡ. Ағайымдар: 1951 йылғы Марат та, 1954 йылғы Рафаэл да күптән инде мәрхүмдәр. Һылыуым 1959 йылғы Раушания ғаиләһе менән үҙебеҙҙең Ейәнсура районы Яңыбай ауылында йәшәй. Атайым шул тиклем йомшаҡ күңелле, кешелекле булды. Балаларҙы яратты. Йыһангир ҡартайыбыҙ үлгәс, әсәһен үҙе алып ҡайтып ҡараны. Күп итеп журналдар, китаптар уҡыр ине. Һуғыш тураһында бик һөйләргә яратманы, ауылға бер тапҡыр “хәбәрһеҙ” юғалғаны һәм батырҙарса һәләк булыуы тураһында фронттан хәбәрҙәр килгән. Алға барыу һуғыштарында һөйләгән бер эпизоды ғына минең иҫемдә ҡалған: “Әҙерәк алға барабыҙ ҙа, фашистар ут аса башлаһа, үҙебеҙ һыйырлыҡ ҡына соҡор ҡаҙып ятабыҙ, тағы алға барабыҙ, тағы ҡаҙабыҙ. Аҙаҡҡы ҡаҙған окобым нимәгәлер миңә оҡшаманы, уңайһыҙ һымаҡ тойолдо. Мин тиҙ генә икенсенән үҙем йәшенерлек окоп ҡаҙып күсенеп яттым. Күп тә үтмәй тәүге ҡаҙған окобым өҫтөнә фашистарҙың снаряды төшөп тә шартланы. Бәлки мине үлемдән атайымдың доғалары һаҡлап ҡалғандыр”, – тип һөйләне. Әсәйебеҙ бик иртә үлеп ҡалды. Атайыбыҙ беҙҙе сит-ят ҡулдарға бирмәй, үҙе тәрбиәләп үҫтерҙе. Беҙ Урта Азиянан тәүҙә 1962 йылда Ырымбур өлкәһе Желтый поселогына күсенеп ҡайттыҡ. Атайым Фәхерниса ҡәрсәйебеҙҙе уның үтенесе буйынса тыуған яҡтарына алып ҡайтты. Аҙаҡ беҙҙең ғаиләбеҙ Ейәнсура районының Яңыбай ауылында төпләнде, атайым сығышы Ярғайыш ауылынан булған Тәғзимә Абдулла ҡыҙыШәһивәлиеваға өйләнеп, матур итеп тормош көттөләр. Оҙаҡ йылдар атайым Байыш урман хужалығында урман ҡарауылсыһы, аҙаҡтан хаҡлы ялға сыҡҡансы Яңыбай урта мәктәбендә хужалыҡ мөдире булып эшләне.
Ғәзиз Йыһангир улы Дәүләтшингә Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы уңайы менән I Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы юбилей ордены тапшырылған.
Алыҫ 1944 йылдың октябрь айында Совет Балтика янын азат иткәндә полк командирының награда ҡағыҙы буйынса Советтар Союзы Геройы исеменә тиң батырлыҡ күрһәткән батыр яҡташыбыҙҙың йөрәге 1995 йылдың 17 ғинуарында тибеүҙән туҡтай. Ветеран Яңыбай ауылы зыяратында ерләнгән.
Ә инде Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәүҙе, өлкән чинлы командирҙарҙың раҫламауын, күп факттарға таянып инҡар итергә булыр ине. Дәүләтшиндәр ғаиләһенең 1929-1931 йылдарҙа һөргөндә булыуы, шулай уҡ уҡымышлы мулла улының 1943-1944 йылдарҙа бер ай пленда булыуы ла, моғайын, быға “ярҙам” иткәндер.
Ә шулай ҙа батыр лейтенант Дәүләтшин Ғәзиз Йыһангир улы беҙҙең күңелдәрҙә, награда ҡағыҙындағыса, Советтар Союзы Геройы исеме менән мәңге һаҡланасаҡ.
Ришат Ҡыуатов.
Сәғит ауылы.