Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
4 Апрель 2025, 14:37

Атайым тураһында белгем килә

       “1945 йылдың Бөйөк Еңеү яҙы. Барса халыҡ ҙур ҡыуаныс менән иҫән ҡалған яугирҙәрҙе хөрмәтләп, ҡәҙерләп ҡаршы ала. Ҡара ҡағыҙ алыусылар берсә Еңеү өсөн ҡыуаныс кисерһә, берсә яу яланында һәләк булған яҡындарын иҫкә алып, күҙ йәштәре аша илбаҫарҙарҙы ҡәһәрләй. Һуғыштан һуң беҙҙең дә ҡапҡа асылманы, минең атайым яу яланында ятып ҡалды....

       Ҡәҙерле кешем Абдулла Ғәлиулла улы Әбсәләмов 1919 йылда Ейәнсура районының Башҡорт Самаҙыһы ауылында тыуған. Уҡытыусы, ауыл советы сәркәтибе булып эшләгән.

       Әсәйем Мәрфүғә Вәлиулла ҡыҙына өйләнеп, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Тик был ғаиләнең ғүмере генә ҡыҫҡа була шул. Атайымды 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алып китәләр. Ул 24-се Ҡыҙыл Байраҡ Гвардия артиллерия  полкына эләгә. Мин тыуғас: “Ҡыҙыма Гәүһәр тип исем ҡушыуығыҙҙы һорайым”, – тип яҙылған хаты килеп, күп тә тормай әсәйемә “Һеҙҙең ирегеҙ, Әбсәләмов Абдулла Ғәлиулла улы, 1942 йылдың 28 авгусында Сталинград янында хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат ебәрәләр. Һуғыштан һуң еҙнәйем дә атайымды Сталинград янында күреүе тураһында  һөйләй. Тик балалығым менән ныҡлап һораша ла белмәгәнмен инде.

        Атайымдың хәбәрһеҙ юғалыуына барыбыҙ ҙа ышандыҡ. Шуға күрә әсәйем дә эҙләмәне.

        Еңеүҙен 50 йыллығы алдынан әсәйем менән Рәсәй оборона министрлығына, Ейәнсура хәрби комиссариатына атайым тураһында мәғлүмәт һорап, хат яҙҙыҡ. Ә унан көтөлмәгән яуап килде: «Әбсәләмов Абдулла Ғәлиулла улы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса алышып, 1945 йылдың 5 апрелендә Кенигсберг ҡалаһы янында һәләк булды һәм ошонда яугирҙәр ҡәберлегендә ерләнде» - тип яҙылғайны унда. Быны дәлилләгән документтарҙы ла ебәрҙеләр. Әйткәндәй, Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Сибай ҡалаһында 5 һуғыш ветеранына «За освобождение города Калининград» тигән миҙал тапшырҙылар. Әбсәләмов Абдулла Ғәлиулла улының шул исемлектә булмауы  ғәҙелһеҙлек булып, күңелемде өйкәп тора.

       Эх, атайым, һуғыш тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалғанда, ниңә генә Хоҙай ғүмереңде һаҡламаны икән? Мин дә атай тәмен, хәстәрен күреп үҫер инем. Һуғыштан ҡайтыусыларға бар ерҙә лә хөрмәт булды, ир ҡулы булғас, уларҙың ғаиләләренә лә еңелерәк ине. Уйнарға сыҡҡанда ла атайҙары ҡайтмаған балаларға «атайлылар» кәмһетеп ҡараны. Мыҫҡыллы көлөп, үсекләп теңкәгә тейә торған инеләр. Ә бит 18 йәшендә генә тол ҡалған әсәйемә бер үҙенә генә бала тәрбиәләргә лә еңел булмағандыр. Киләсәккә ҙур пландар ҡороп, иренең һуғыштан әйләнеп ҡайтырын көткәндә, әсәйемдең, яңы ғына тәпәй баҫҡан сабыйҙың ни ғәйебе, ни гонаһы булды икән? Һуғыш ҡара ҡайғыларға күмеп, беребеҙҙе ирһеҙ, икенсебеҙҙе атайһыҙ итте.

        Әсәйем бер ваҡытта ла бирешмәне, ихтияр көсө ныҡлы ине. 44 йыл һауынсы булып эшләне. Ауыл, район советтары депутаты ла булды. Тырыш хеҙмәте өсөн биш тапҡыр миҙал менән бүләкләнде. “Хеҙмәт ветераны” исеменә лә лайыҡ булды.

Республика-район гәзиттәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында бик күп мәҡәләләр баҫылып сыға. Улар араһында “Кенигсбергты алған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнеүселәр ҙә бар. Хат яҙыуымдың маҡсаты шул: улар араһында атайымды белеүселәр, бергә хеҙмәт итеүселәр, эшләгәндәр барҙыр, моғайын. Уның ниндәй булыуы тураһында бик белгем килә. Бәлки, туғандары уның тураһында яңы мәғлүмәттәр беләлер. Яҙып ебәрһәгеҙ йәки бәйләнешкә инһәгеҙ, сикһеҙ рәхмәтле булыр инем.

        Ихтирам менән, Гәүһәр Мәхийәнова”.

Фото шәхси архивтан.

Автор тураһында

Мәхийәнова (Әбсәләмова) Гәүһәр Абдулла ҡыҙы 1942 йыл Ейәнсура районы Башҡорт Самаҙыһы ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Белорет ҡалаһында педучилище, һуңынан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем алып, бөтә ғүмерен балаларға тәрбиә һәм белем  биреүгә бағышлаған уҡытыусы ул. Йылайыр, Хәйбулла райондарында, һуңынан Сибай ҡалаһында рус һәм башҡорт теле дәрестәрен алып барған. Бөгөнгө көндә ул Башҡортостан республикаһының мәғариф отличнигы, педагогик хеҙмәт ветераны, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” исеменә лайыҡ булған шәхес.

Тормош иптәше Рәфҡәт менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Роберт БДУ-ның юридик факультетын тамамлап, адвокат булып эшләй. Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алған Мараттары     әрменән һуң, Эске эштәр министрлығы структураһында хеҙмәтен дауам итә. Чечен Республикаһында командировкала була, РФ Федераль һалым полицияһы хеҙмәтендә эшләй. МХО башланғас, Марат мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ул 1-се танкыларға ҡаршы батареяның танкыларға ҡаршы взвод командиры була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2023 йылдың 29 ғинуарында махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә өлкән лейтенант Марат Мәхийәнов һәләк була. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем хәрби антына тоғро ҡалып, үҙенең гражданлыҡ бурысын намыҫ менән башҡарған Марат та ҡартаһы Абдулла Ғәлиулла улының яҙмышын ҡабатлай.

Хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы, ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн өлкән лейтенант Марат Мәхийәнов үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана, ә әсәгә “Семья погибшего защитника Отечества” миҙалы тапшырыла.

Мәхийәнова (Әбсәләмова) Гәүһәр Абдулла ҡыҙы тормош иптәше менән ҡартатаһы иҫтәлегенә лайыҡлы   улдар тәрбиәләгәндәр. Тыуған иленең ысын яҡлаусыларын үҫтергән бөтә Әсәләр алдында оло ихтирам  менән баш эйәбеҙ.

З. Юлдашбаева. 

Читайте нас