Ҡартайымдың өлкән улы, архив документтары буйынса, 1943 йылдың майында хәбәрһеҙ юғала. 1991 йылда Ейәнсура районында сыҡҡан “Хәтер китабы”нда уның тураһында: “1941 йылдың 1 октябрендә саҡырылған, 1943 йылдың майында хәбәрһеҙ юғалған”, тигән ҡыҫҡа ғына яҙыу бар.
Ҡыҙым Рәмилә менән туғаныбыҙҙы эҙләүгә байтаҡ ҡына ваҡыт түктек: сайттар, хәрби архивтар... Һәм, ниһайәт, беҙгә уңыш йылмайҙы – “Память народа” сайтында Фәтихислам Нурислам улы тураһында мәғлүмәт таптыҡ. Ватан өсөн, Еңеү өсөн 21 йәшендә генә башын һалған туғаныбыҙҙың яҙмышы тураһында белә алдыҡ.
Фәтхислам Нурислам улы Йылҡыбаев Башҡорт Самаҙыһы ауылында 1922 йылда тыуған. Партияһыҙ, колхозсы, башҡорт. 1941 йылдың 1 октябрендә райвоенкомат тарафынан саҡырыла. Томск ҡалаһындағы 366-сы запас уҡсылар полкының 17-се запас уҡсылар бригадаһының хәрби-оҙатыу пунктына йүнәлтелә. Унда 1941 йылдың авгусында 366-сы уҡсылар дивизияһы формалаша. Ул хәрби ҡаҙаныштары өсөн 1942 йылдың 17 мартында 19-сы гвардия уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә. Тулы атамаһы – Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов орденлы 19-сы гвардия Рудный-Хинган уҡсылар дивизияһы (19-я гвардейская Рудненско-Хинганская ордена Ленина Краснознамённая ордена Суворова стрелковая дивизия). “Рудный” почетлы исеме дивизияға – Рудня ҡалаһын азат иткән өсөн, ә “Хинган” исеме япон ғәскәрҙәре менән һуғыштағы батырлыҡтары һәм Ҙур Хинган һыртын оҫта алғандары өсөн бирелә.
Томск ҡалаһының 32-се мәктәбенең 19-сы гвардия дивизияһының хәрби дан музейы етәксеһе Анатолий Полтанов мәғлүмәттәре буйынса, 1941 йылдың 7 ноябрендә хәрбиҙәр присяға ҡабул итә, ә 9 ноябрҙә дивизияның 12000 яугире полковник Семен Буланов һәм комиссар Ефим Маневич етәкселегендә ғәмәлдәге армияға китә.
1942 йылдың ғинуар-февралендә дивизия – 2-се удар армия ғәскәрҙәре, ә 26 февралендә Волхов 52-се армияһы составында, унан Ленинград фронттарында Любанск һөжүм операцияһында ҡатнаша. Составына Томск дивизияһы ингән армия Мясной Бор ауылы янында дошман ғәскәрҙәре һуҙған оборона һыҙатын өҙә һәм күп ауылдарҙы фашистарҙан азат итеп, 75 километрға алға китә. Был яуҙарҙа дивизияның шәхси составынан барлығы 122 яугир генә тере ҡала. Был Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иң ҙур юғалтыу була.
Яңыраҡ, дүрт ай элек, хәрби архивтарҙа беҙ Фәтхислам Нурислам улы тураһында тағы ла мәғлүмәт таптыҡ. Ул – 366-сы запас уҡсылар полкының 1942 йылдың 26 ноябрендә Кородыня ауылының 3292-се моргына ебәрелгән (385/10-сы приказ), ҡайтарылмаҫ юғалтыуҙар исемлегендә 189-сы һан аҫтында.
Ошо мәғлүмәттәрҙе “Память народа” сайтына индергән кешеләргә рәхмәт һүҙенән башҡа нимә әйтмәһең инде... Беҙҙең туғандар өсөн был бик мөһим мәғлүмәт, сөнки нисәмә йылдар туғаныбыҙ тураһында белмәй йәшәнек. Ата-әсәһе лә улдарының алыҫ 1942 йылда үлгәнен белмәй баҡыйлыҡҡа күсте.
Нимәһе иғтибарға лайыҡ, ҡыҙылармеец һуғышҡан ваҡытта уның атаһы Нурислам Юлмөхәмәт улы Йылҡыбаев та шул уҡ армияла була. Ул Ленинград ҡалаһын һаҡлай. Тик яҙмыш мәрхәмәтһеҙ була – ата менән улға осрашырға яҙмай.
Нәйлә Ҡарабаева – Йылҡыбаева. Иҫәнғол ауылы.