Еңеүгә - 80 йыл
25 Апреля 2025, 13:10

Еңеү яулаусыларҙың яҡты иҫтәлегенә

Ибрайҙар Бөйөк Еңеү байрамы алдынан изге эш башҡарҙы: Күрпәсәй тауында "Еңеүгә 80 йыл" тигән матур яҙыу һәм ҡыҙыл йондоҙ барлыҡҡа килде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңеү яулаусыларҙың яҡты иҫтәлегенәЕңеү яулаусыларҙың яҡты иҫтәлегенә
Еңеү яулаусыларҙың яҡты иҫтәлегенә

Заманса яҙыуҙы эшләү өсөн материалдар алыуға Ҡыҙрасов Урал, Ғәлимов Артур, Ҡыҙрасов Валерик, Ҡолмөхәмәтов Роберт, Ҡолмөхәмәтов Ҡорбанғәле, Мырҙабаев Динар, Хәсәнов Ришат, Йәғәфәрова Тәслимә, Кусербаев Ғәлим, Кусербаева Фәнүзә, Илембәтов Мәжит, Батталов Байрас финанс яғынан ярҙам иткән. Бөгөн ир-егеттәр яҙыуҙы тауға нығытып эшләп тә ҡуйғандар. Улар: Ҡыҙрасов Самат, Аҡбутин Тәлғәт, Иҙрисов Айрат, Ҡәҙербаев Илдар, Дауытов Марат, Ҡыҙрасов Илфат, Усманов Рамаҙан, Ҡолмөхәмәтов Нурғәле.
Был ҙур эште ойоштороусы, бик күп эшен үҙе атҡарыусы ауылы старостаһы Ҡолмөхәмәтов Нурғәлеғә ауыл халҡы бик рәхмәтле.

Афарин, ибрайҙар!

Автор: Айна Имангулова