Инәй-олатайҙар ихлас күңелдән, балаларса ҡыуанып ҡаршы алдылар. Хәҙерге осорҙа һәр кемебеҙгә бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн осрашып хәл белешеү үҙе бер күңел дауаһына тиң. Эйе, бала саҡтары дәһшәтле һуғыш осорона тура килеп, унан һуңғы йылдарҙа барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә кисергән, бөгөнгө көндә йәштәргә өлгө булып йәшәгән оло быуынға ҡарап ғорурланыуҙан тормоштоң ҡәҙере тағы ла арта төшә.
1945 йылдың 9 майы барыбыҙ өсөн дә изге көн, илебеҙҙе һәм донъяны фашизмдан һаҡлаған совет халҡының ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ байрамы. Беҙ Тыуған ил хаҡына ғүмерен биргән яугирҙар алдында баш эйәбеҙ. Ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына ҡаҡшамаҫ рух көсө, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Бөгөн Рәсәйҙең батыр улдары, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби данына тоғро ысын патриоттар Еңеү байрағы аҫтында йәнә ил һағына баҫты. Бөтә донъя менән фашизмды тар-мар итеү көнөн яҡынайтабыҙ. «Беҙҙең эш уң! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!» икәнен беләбеҙ.
Бөйөк Еңеү көнө менән!
#Победа80