Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
9 Май 2025, 23:22

«БАТЫРҘАР ЭҘҺЕҘ ЮҒАЛМАЙ!»

Ҡартайыбыҙ Малик Сафа улы Көйөргәҙе районы Мораптал ауылында уҡымышлы һәм белемгә ынтылышы көслө булған Мөлөковтар нәҫеленән. Тыуған йылы - 1908 йыл.

Ул йылдар өсөн Мәскәү уҡыу йорттарына тиң булған данлыҡлы Карауанһарай эргәһендәге педагогия техникумын бөтөрөп, уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Яҙыусы Баязит Бикбай менән бергә уҡый, үҙенең бер әҫәрендә лә ҡартайыбыҙҙы хәтерләп һүрәтләй ул.

Буласаҡ кәләше Ейәнсура районы Яңы Себенле ҡыҙы, беҙҙең нәнәйебеҙ Хәсәнова Ғәйниямал менән дә Карауанһарайҙа уҡыған йылдарында осрашып, яратышып өйләнешәләр. Беҙҙең уҡытыусы Мөлөковтар династияһына нигеҙ һалыусы ла ул ҡартайыбыҙ. Хеҙмәт юлын районыбыҙҙың Байыш урта мәктәбендә физика-математика уҡытыусыһы булып башлай. Уҡыусыһы Аҡманов Булат ағай: "Малик ағай ипле, тыныс холоҡло, балаларҙы яратҡан, гел йылмайып ҡына торған уҡытыусы булды", - тип, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашҡайны.

Бәхетле ғаиләлә бер-бер атлы дүрт бала донъяға килә, уларға матур тарихи исемдәр ҡушалар: Сәриә, Долорес, Урал, Рубен.

Илебеҙҙәге меңәрләгән ошондай бәхетле ғаиләләрҙең яҙмышын ҡәһәрле һуғыш селперәмә килтерә. Нәнәйебеҙ береһенән-береһе бәләкәй балалары менән яңғыҙ ҡалып, тормош йөгөн үҙ иңенә ала, тылдағы барлыҡ әсе һынауҙарҙы лайыҡлы үткән көслө рухлы ҡатын, әсәй булып ҡала. Һуғыштан ҡартайыбыҙҙың "хәбәрһеҙ юғалған" тигән хаты килһә лә бирешмәй, дүрт балаһын аяҡҡа баҫтыра, балалары етемлек әсеһен татымаһын өсөн бар көсөн һалып донъя көтә.

Бөгөн илебеҙҙә ҙур байрам. Ошо көнгә тиклем беҙ ҡартайыбыҙҙы хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә тип белдек. Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан "Ватандаш" журналы үткәргән "Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" эҙләнеү акцияһы ярҙамында ҡартайыбыҙ Мөлөков Малик Сафа улының 1942 йылдың февраль-апрель айҙарында Ленинград өлкәһенең Рамушево ауылында булған һәм ҡәһәрле һуғыш тарихында иң аяуһыҙ һәм әҙерлекһеҙ бәрелештәрҙең береһе тип иҫәпләнгән "Рамушево коридоры" исемен алған алған ҡот осҡос алышта меңәрләгән һалдаттар менән бергә батырҙарса һәләк булыуын һәм ошонда уҡ "Туғандар ҡәберлеге"ндә ерләнгәнен белдек. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылаған көндәрҙә был изге хәбәрҙе алыу шатлығын ҡартайыбыҙ менән осрашҡан кеүек ҡабул иттек . Йылдар буйына йыйылып килгән билдәһеҙлек, һағыныу, юҡһыныу, ҡартайыбыҙҙың рухы шатланыуы беҙҙең күҙҙәребеҙҙән шатлыҡ йәштәре булып тәгәрәне. Был шатлыҡлы хәбәрҙе әлеге ваҡытта Самаҙы ауылында йәшәүсе 88 йәшлек ҡыҙы Долорес инәйебеҙгә еткерҙек. Уның ҡыуаныслы ла, һағышлы ла күҙ йәштәрен күреү беҙҙе тағы ла тетрәндерҙе. Атайһыҙ үткән баласаҡ, ҡартайһыҙ үҫкән ейән-ейәнсәрҙәр, күпме күҙ йәштәре..

"Батырҙар эҙһеҙ юғалмай" акцияһын ойоштороусыларға, ирекмәндәргә инәйебеҙҙең һәм ҡартайыбыҙҙың ейән-ейәнсәрҙәренән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Бөгөн 9 май. Бөтә илебеҙ буйлап 80-се Еңеү Яҙы атлай... Һинең, ҡәҙерле ҡартайыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләр-бүләсәрҙәрең, тыуар-тыуасарҙарың ҙур ғорурлыҡ менән "Үлемһеҙ полк "та һинең рәсемеңде тотоп атлай.

Еңеү өсөн рәхмәт һиңә, Ҡартайыбыҙ!

Һоҡланабыҙ һәм ғорурланабыҙ!

Күгебеҙ аяҙ, Ил-йортобоҙ мәңге тыныс булһын, әсәйҙәрҙең, балаларҙың күҙ йәштәре түгелмәһен!

Барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәре исеменән Зилә Урал ҡыҙы Хәйруллина-Мөлөкова, Гүзәл Урал ҡыҙы Итбаева-Мөлөкова.

9 май 2025 йыл.

Автор:
Читайте нас