Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
12 Май 2025, 11:06

Улар һуғыш балалары ине

Бер кем дә, бер нәмәлә онотолмай

Улар һуғыш балалары ине
Улар һуғыш балалары ине

Һуғыш йылы балалары
Һирәгәйә бара көн дә.
Сөнки бөтә афәттәрҙе
Төштә түгел, күргән өндә лә…

1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы шауҡымы йылдан-йыл алыҫлаша. Ҡаты ҡан ҡойошло һуғыш башланған ваҡытта тыуған "һуғыш осоро" балаларының ейәнсәре булараҡ үҙемдең иҫтәлектәр менән бүлешергә теләйем. Бала саҡтары дәһшәтле һуғыш осорона тура килеп, унан һуңғы йылдарҙа барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә кисергән, бөгөнгө көндә йәштәргә өлгө булып йәшәгән оло быуынға ҡарап, ғорурланыуҙан тормоштоң ҡәҙере тағы ла арта кеүек.

Ультраков Нажметдин Сайфетдин улы 1934 йылда Хәйбулла районы Урыҫбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Балалыҡ, йәшлек йылдары уйнап-көлөп үтмәһә лә, һәр саҡ сыҙам, тырыш булып күҙ алдында тора ул. Ул осор кешеләренең баласағын урлаған һуғыш, Н.Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты”һындағы һымаҡ һәр кемде көсөнән килгәнсә ҡатҡылландырған, нығытҡан, сыныҡтырған.

Эйе, ҡартайыма ла һыйыр менән һабан һөрөрга ярҙам итеү, көлтә ташып Еңеүҙе яҡынайтырға, йәшәү өсөн үлән ашап көн күрергә тура килгән. Тылдағы ауыр тормошто күреп, аслы-туҡлы булһалар ҙа - ауырлыҡҡа бирешмәй, ололар менән бер рәттән Енеүҙе яҡынайтыр өсөн бар көсөн һала: бер телем икмәк өсөн ялан аяҡ (сабатаһы ла юҡ )урман-тауар буйлап яратҡан апайы Ғәйшә менән көтөү көтә, көҙгө әсе елдәрҙә йылыныу осон һыйыр тиҙәктәрен йыялар, сыбыртҡы үрә, септа һуға. Бер эште лә ауыр тип тормай, күңел һалып эшләгән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған һәм гел алдынғылар рәтендә йөрөгән. “Бөтәһе лә – фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!” тигән ялҡынлы лозунг аҫтында эшләнек” , - тип хәтерләр ине ул дәһшәтле йылдар хаҡында.

- Һуғыш бөтөп, кешеләрҙең атайҙары ҡайта башланы. Атайыбыҙ ҡайтыр, тип беҙ ҙә өмөт иттек. Ләкин ул ҡайтманы, оҙаҡланы. - Һуғыш ваҡытында пленға эләккән атайҙары 1947 йылда ғына ҡаршы алалар.

Уҡырға мөмкинлек булмау сәбәпле, 3 класс белем алып ҡала. Пенсия аҡсаһын уҙенең ҡултамғаһын ҡуйып ала алыуына бик ҡыуана ине. Егет ҡорона еткас Армия сафына алына. Товарный поездға ултырып алыҫ Владивостокка барып ета. Диңгеҙ буйында моряк булып хеҙмәт итә. 

МТЗ ЛА тракторсылар курсында уҡып, 1950 йылда Биштирәк ауылында сиҙәм асҡан ваҡытта эшкә килеп урынлаша йәш егет. Төрлө эштәрҙә эшләгән ҡартайым: кәшәрҙә һарыҡ ҡараусы, Биштирәк ауылына гравий юл һалынған ваҡытта тракторҙа беренселәрҙән булып юл һалыусы, аҙак тимерлектә тимерсе… 45 йыл хеҙмәт дәүерендә күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм 1986 йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн иң дәрәжәле бүләк - "Хеҙмәт ветераны" миҙалы менән бүләкләнә.

Ҡартайымдын хәтеренә, етеҙлегенә һоҡланмай мөмкин түгел ине. 80 йәшен тултырғанда ла бейек тау башына йүгереп менеп, үҙенә көс-хәл, дәрт ала ине.

Уҙенең ғүмерлек тормош иптәшен дә эшләган ерендә осрата йәш егет. Ҡур йашел күҙле, оҙон керпекле, ҡулдарына бесәй балалары тоткан ҡәрсәйем була ул. Ультракова Земфира Рәхим ҡыҙы (03.08.1939 й) Ейансура районы Түбәнге Мәмбатша ауылында доньяға килә. 3 йәшендә йәтим ҡала, ике туған апаһы Ырымбур өлкәһе Дубиновка ауылында алып ҡарай.

- Иптәш ҡыҙҙарымдың әней тип өндәшеүҙәренә ҡыҙығып үҫтем. Минең дә ауыҙ тултырып әней тип әйткем килә торғайны, – тип әсенеп илар ине ҡәрсәйем. Зурайып ҡыҙ ҡорона кергәс әтейе, үгәй әсәйе янына күмәк ғаиләгә ҡайта. 1959 йылда ҡартайым менан яҙмыштарын бергә бәйләй. Яңы өй һалып сыға йәш ғаилә. Дүрт балаға ғүмер бирәләр: Рәмзиә, Дим, Гәрәй иш янына ҡуш булып Гөлфирә тыуа.

«Ейансура» совхозында төрлө эштәрҙә эшләне: һарыҡ ҡараны,яҙғыһын һарыҡтарҙы ң йөнөн ҡырҡып тәрбиәләү,ауылдың бөтә кәшәрҙәрен,кузняхында һылау эштәре. Балаларын уҡытып, кеше итеү өсөн бар көсөн һалып тырыша, кистәрен шәл бәйләп, Ҡыуандыҡ баҙарҙарына алып барып һатып аҡса эшләй.

Бала саҡтары ауыр, ҡаты йылдарға тура килеп, ҡатмарлы тормош үтһәләр ҙә, улар бер ваҡытта ла зарланманы. Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрҙек, тинеләр.

Ҡартайым һәм ҡәрсәйем ауыл халҡы күңелендә якты эҙ ҡалдыра. Бөгөнгө көндәлә уларҙы хөрмәтләп, рәхмәт һүҙҙәре менан иҫкә алалар.

Филүзә Бәширова.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас