"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһе

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән

Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышы сәғәт 10.00-дә башланды.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһенән:
– 10 ай эсендә сәнәғәт етештереүе индексы 102,3 % тәшкил итте.
– 10 айҙа консолидацияланған бюджет килеме 160 млрд һум булған.
– Уртаса ғүмер оҙонлоғо - 71 йәш.
– Беҙҙең бурыс – хеҙмәт етештереүе буйынса тәүге урын биләгән ун төбәк исемлегенә инеү.
– Республиканың киләсәге – һәләтле йәштәр ҡулында.


– Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда колледждарҙа белем биреүҙең яңы стандарттары индерелә, эшсе һөнәрҙәрҙең престижы күтәрелә.


– Һәләтле балалар менән эшләүҙе профессиональ кимәлгә ҡуйыу кәрәк.


– Ирекмәндәр хәрәкәтенең республика үҙәге йәмәғәт ойошмаларының йәш лидерҙарҙы координаторы булырға тейеш.


– Ауылдарҙа ФАП-тар селтәрен яңыртыу күҙаллана. Быйыл 23 яңы модулле ФАП ойоштороуға 80 млн һум йүнәлтелгән.


– “Ауыл табибы” программаһы буйынса 1000 йәш табип ауылдарға йәлеп ителгән.


– Республикала юғары технологиялы медицина ярҙамына мохтаждарҙың 50 %-ы был ярҙамды ала. Бер нисә йыл элек был күрһәткес 15 % кимәлендә булған.

Читайте нас: