Бөтә яңылыҡтар

МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘ – АРТАБАН ЭШ ИТЕҮГӘ ҠУЛЛАНМА УЛ

Район хакимиәте башлығы Ә. Байсурин Республика Башлығы Р. Хәмитовтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе хаҡында

Әлфәрис Сәлихйән улы Байсурин, МР хакимиәте башлығы:
– Республика Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республикала барған хәл-ваҡиғаларға тәрән анализ яһалды, ағымдағы һәм яҡын йылдарға бурыстар билдәләнде. Ә уларҙы хәл итеү Башҡортостандың ил буйынса алдынғылар сафында булыуын артабан нығытыуға, иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ошо уңайҙан Мөрәжәғәтнамәлә кеше потенциалын үҫтереүгә – демографик хәл-торошто яҡшыртыуға, граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә.
Рөстәм Зәки улы төп баҫымды был юлы мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, ғаиләгә социаль ярҙамды үҫтереүгә яһаны. Нәҡ ошо “өс кит” йәшәү өлкәһенә – иң элек иҡтисадҡа һиҙелерлек йоғонто яһарға һәләтле. Белем биреү өлкәһенә ҡағылып, Рөстәм Зәки улы белгестәр әҙерләү системаһында хәҙерге баҙар иҡтисадының кадрҙар буйынса талаптары тулыһынса үтәлеп бөтмәүе тураһында әйтте. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, республиканың киләсәге компетенцияларҙа, бөтә өлкәләрҙә лә ыңғай үҙгәрештәр булдыра алған креатив һәм инициативалы белгестәр, йәштәр һәләтендә. Бында республиканың урта һәм юғары белем биреү учреждениелары ҙур роль уйнауын әйтте.
Ғаиләләргә ярҙам буйынса сараларҙы дөрөҫ тип иҫәпләйем, был йәһәттән төбәк һәм федераль кимәлдә ҙур иғтибар бүленә. Төп тормош ҡиммәте булған ғаилә, Рөстәм Зәки улы билдәләгәнсә, “дәүләт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге, именлек, һәм йәмғиәттең әхлаҡи сәләмәтлеге күрһәткесе булып тора”. Илебеҙ донъяла лайыҡлы урында булһын тиһәк, беҙгә сәләмәт ғаилә, сәләмәт йәмғиәт кәрәк.
Быйылғы Мөрәжәғәтнамә – республиканың дөйөм үҫеш стратегияһы, артабан эш итеүгә ҡулланма ул һәм был һәр тезисының мөмкин тиклем йылдам тормошҡа ашыуына булышлыҡ итә.
Читайте нас: