18 мартта Рәсәйҙә Президент итеп алты йылға Владимир Путин һайланды. Кисә Кремлдең ҙур һарайында ил халҡы тарафынан һайланған Рәсәй Федерацияһы Президенты инаугурацияһы үтте. Был яңы Рәсәй тарихында етенсе тапҡыр булһа, Владимир Владимирович өсөн дүртенсе тапҡыр – киләһе алты йылда ул дәүләт башлығы вазифаһын биләй. Владимир Путин 2000, 2004, 2012 йылда һайланғайны, быйыл 56,4 миллион граждан уның кандидтураһын хуплап тауыш бирҙе.
Һайланған Президенттың ант биреү тантанаһы Маҡтаулы ҡарауыл ротаһы байраҡ йөрөтөүселәренең Дәүләт флагын, Президент штандарттарын, Конституция һәм Президент билдәһен алып инеүҙән башланды. Куранттарҙың тәүге һуғыуы һәм тантаналы музыка аҫтында Владимир Путин трибунаға күтәрелде. Ул уң ҡулын Конституцияға ҡуйып, президент посында илгә, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә ант бирҙе. Бынан һуң Конституция суды Рәйесе Владимир Путинға рәсми рәүештә президент вазифаһы йөкмәтелеүе хаҡында иғлан итте һәм власть символдарын тапшырҙы.
Рәсәй гимны яңғырағаны, Президент штандарттары күтәрелде. Ә Собор майҙанында Владимир Владимировичты Президент полкы сәләмләне, парад үтте. Тантана артиллерия залпы менән тамамланды.