Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн эшһеҙлек буйынса пособие күләмен ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа арттырыу тәҡдим индерҙе

Владимир Путин Хөкүмәткә пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн квалификацияны күтәреү буйынса махсус программаны раҫларға ҡушты.

Владимир Путин Хөкүмәткә пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн квалификацияны күтәреү буйынса махсус программаны раҫларға ҡушты. Ул мөмкин тиклем алдараҡ эшләй башларға һәм федераль бюджеттан финансланырға тейеш, тип хәбәр итә ТАСС. «Әгәр пенсия алды йәшендәге кеше үҙ теләге менән эштән китергә хәл иткән һәм әлегә яңы эш тапмаған икән, был осраҡта ла беҙ уның социаль гарантияларын нығытырға тейешбеҙ. Шуға бәйле пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләмен ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа — хәҙерге кеүек 4 мең 900 һумдан 2019 йылдың 1 ғинуарынан 11 мең 280 һумға тиклем — арттырырға һәм ошондай түләү осорон бер йылда билдәләргә тәҡдим ителә», — тине дәүләт башлығы.