«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы индерелә
20 февралдә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Бына нимә тине ул.
– беренсе һәм икенсе балаға пособие күләмен ике йәшәү минимумына тиклем арттырырға;
– инвалид балаларҙы тәрбиәләү өсөн пособие күләмен 10 000 һумға тиклем арттырырға;
– ике һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләргә һалым йөкләмәһен кәметергә;
– 2021 йылдың аҙағына тиклем балалар баҡсаларына сираттар мәсьәләһен хәл итергә;
– ишле ғаиләләр өсөн ипотека буйынса льготалар индерергә. Ғаиләлә өс бала икән, федераль бюджеттан 450 000 һум бүлергә.
– 2020 йылдың аҙағынаса бөтәһенең дә медицина хеҙмәттәрен алыу мөмкинлеге булырға тейеш;
– 1590 амбулатория һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөргә һәм яңыртырға;
– дарыуханалар, дауаханалар, медицина учреждениелары араһында берҙәм мәғлүмәт селтәрен булдырырға;
– «Ауыл табибы» программаһы буйынса йәш сикләүҙәрен бөтөрөргә (ауыл еренә йәшәргә күскән табиптар 1 миллион һум аҡса ала);
– донъя кимәлендәге ике балалар реабилитация үҙәген төҙөргә;
– онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә 1 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә;
– паллиатив ярҙам күрһәтеү тураһында закон проекты өҫтөндәге эште тамамларға.
– сүп-сар полигондарын юҡ итергә, ҡала ситендә 30 сүплекте ябырға;
– ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе 60% тиклем арттырырға;
– 150 яңы мәктәп төҙөргә;
– мәктәптәрҙә интернеттың тиҙлеген 400 тапҡырға арттырырға;
– «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын индерергә – ауыл уҡытыусыларына 1 миллион һум «подъемный» түләргә;
– генетика һәм яһалма интеллект өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙе үҫтерергә.
Кредит һәм пенсия тураһында
– килеменән яҙғандар өсөн ипотека каникулдары индерергә;
– кешеләрҙе намыҫһыҙ кредиторҙарҙың янауынан яҡларға;
– пенсияларҙы йәшәү минимумынан юғарыраҡ индексацияларға.