Бөтә яңылыҡтар

Р. Хәбиров тотош залды илатты. Нисек тиһегеҙме?

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе һәр саҡтағыса ҡыҙыҡлы алымдар, яңы идеялар менән тулы булды. Мәҫәлән, ул “Минең атайым алдай” тигән видеоролик күрһәтеп, залда ултырған кешеләрҙе илатып та алды.

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе һәр саҡтағыса ҡыҙыҡлы алымдар, яңы идеялар менән тулы булды. Мәҫәлән, ул “Минең атайым алдай” тигән видеоролик күрһәтеп, залда ултырған кешеләрҙе илатып та алды.


Был социаль роликты билдәле режиссер Айнур Асҡаров төшөргән. Ул Азия илдәрендә популяр булған Корея видеояҙмаһының адаптацияһы. Ундағы идея йөҙәр һәм меңәр кешене аборттан, балаларҙы ташлап китеүҙән баш тартыуға килтергән.


Радий Хәбиров яҙманы ғаилә ҡиммәттәре тураһында һөйләгән саҡта күрһәтте.


– Беҙ childfree тип аталған агрессив, яһалма субькултураның йәштәребеҙҙе юлдан яҙҙырыуына бара алмайбыҙ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалар, балаларҙы изгелек, намыҫ, хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ нигеҙендә тәрбиәләү, – тине ул.


Радий Фәрит улы белдереүенсә, республикала йылына 10 мең рәсми аборт яһала. 10 мең бала кешеләр ярлылыҡтан, яуаплылыҡтан ҡурҡҡаны өсөн тыумай.


– Ә беҙ был ваҡытта бюджеттан ЭКО операциялары яһатыр өсөн унар миллион һум аҡсалар һалабыҙ. Һәр бер 400 граммлыҡ ҡына булып тыуған сабыйҙың ғүмере өсөн көрәшәбеҙ. Был турала бөтәбеҙ ҙә ныҡлап уйланайыҡ әле. Йәш парҙар шуны белһен, беҙҙең республика һәр бер бәпеска шат. Дәүләт тә, йәмғиәт тә ярҙам итергә әҙер. Беҙ, оҙаҡ йылдар йәшәгән кешеләр беләбеҙ – бала тыуыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ, – тине ул.


Был видеояҙманы һеҙ ҙә ҡарағыҙ, дуҫтар! Бәлки, ысынлап та бер ғаиләне булһа ла насар уйҙан арындырыр.
Читайте нас: