Бөтә яңылыҡтар

Конституцияға Президент төҙәтмәһе

#КонституцияРФКонституцияға Президент төҙәтмәһе Рәсәй халыҡтарының үҙ туған телдәрен өйрәнеүгә һәм туған телендә аралашыуға булған хоҡуғын сикләмәй.Рус теле статусы тураһындағы төҙәтмә илебеҙҙә йәшәгән бер генә халыҡты ла әсә телен өйрәнеү хоҡуғынан мәхрүм итмәй. Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ошондай фекерҙә. “Минең туған телем татар теле, рус телен дә туған телем тип иҫәпләйем, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Римма Үтәшева. “Дәүләт теле - рус телен дә белергә тейешбеҙ. Әммә башҡа халыҡтарҙың да әсә теле өйрәнелергә, һаҡланырға тейеш”, - ти Римма Әмир ҡыҙы.

Конституцияға Президент төҙәтмәһе Рәсәй халыҡтарының үҙ туған телдәрен өйрәнеүгә һәм туған телендә аралашыуға булған хоҡуғын сикләмәй.

Рус теле статусы тураһындағы төҙәтмә илебеҙҙә йәшәгән бер генә халыҡты ла әсә телен өйрәнеү хоҡуғынан мәхрүм итмәй. Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ошондай фекерҙә.

“Минең туған телем татар теле, рус телен дә туған телем тип иҫәпләйем”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Римма Үтәшева. “Дәүләт теле булған рус телен дә белергә тейешбеҙ. Әммә башҡа халыҡтарҙың да әсә теле өйрәнелергә, һаҡланырға тейеш”, - ти Римма Әмир ҡыҙы.

Рәсәйҙә 193 милләт вәкиле йәшәй. Конституцияға төҙәтмәләр уларҙың һәр береһенә туған телдәрен һаҡлау һәм уны килер быуындарға тапшырыу мөмкинлеге бирә. “Төп законыбыҙға үҙгәрештәр рус телен дә яҡлау һәм һаҡлау өсөн мөһим”, - ти “Башҡортостан рустары Соборы” рәйесе Виктор Афанасьев.

Конституцияға индерелгән төҙәтмәнең тексты: "Государственным языком Российской Федерации на всей ее территории является русский язык, как язык государствообразующего народа, входящего в многонациональный союз равноправных народов Российской Федерации. Республики, входящие в состав России, вправе устанавливать свои государственные языки и использовать их в органах госвласти, органах местного самоуправления, госучреждениях республик наряду с русским языком.

Президент Владимир Путин Конституцияға “Рәсәй Федерацияһында бөтә халыҡтарға туған телдәрен һаҡлау, уны өйрәтеү һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырылыуы” тураһындағы положениены беркетергә ҡушты.

Читайте нас: