Владимир Владимирович 1952 йылда Ленинградта тыуған. 1975 йылда Ленинград дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Унан һуң Дәүләт именлеге комитетында, ГДР-ҙа тышҡы разведка йәүнәлеше буйынса эшләй. Артабан Ленинград мэрияһында тышҡы бәйләнештәр комитеты рәйесе булып эшкә ҡайта. Төрлө йылдарҙа Санкт-Петербург Хөкүмәте рәйсенең беренсе урынбаҫары, Мәскәүҙә Рәсәй Президентының эштәр идарасыһы урынбаҫары, ил Президентының Баш контроль идаралығы начальнигы, Президент Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары, Федераль именлек хеҙмәте директоры, Именлек советы секретары, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡарыусы була.
Тиҙҙән Борис Ельцин уны үҙенең вариҫы тип билдәләп, ил Хөкүмәте Рәйесе вазифаһына раҫлай. 1999 йылдың 31 декабрендә Елцин отставкаға киткәс, Владимир Путин ил Президенты вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 2000 йылдың 26 мартында иһә ул Рәсәй Президенты итеп һайлана. Ошо юғары вазифала ике срок эшләгәндән һуң 2008 йылда ил Хөкүмәте Рәйесе була. 2012 йылдың 4 мартында тағы ла Президент итеп һайлана – был юлы инде алты йылға. Ә 2018 йылдың 7 майында Владимир Путин дүртенсе тапҡыр Рәсәй Президенты вазифаһында эш башланы.