Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы Элвин Грейға (Радик Юлъяҡшин) Татарстандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде.
Юғары награданы йырсыға Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов тапшырҙы.
Элвин Грей ике республика йыр-һөйөүселәре араһында киң танылыу яулаған. Ул башҡорт һәм татар эстрада йырҙарын берҙәй башҡара, ике туғандаш республика араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге рухи күперҙе лайыҡлы нығытыусыларҙың береһе. Билдәле булыуынса, Радик Юлъяҡшин - Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, "Яңы моң" проекты авторы. Уны юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Радик Юлъяҡшиндың шәхси битләүенән.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите төркөмө.