

Баймаҡ районынында янғында 1958 йылғы ҡатын һәләк булған.
28 ноябрҙә 23:23 сәғәттә дежур хеҙмәттәр пультына Этҡол ауылының Азамат урамында йорт яныуы хаҡында хәбәр килә. Этҡол һәм Йомаш ауылы биләмәләренең пожар янғынға ҡаршы бригадалары һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы ҡотҡарыусылар отряды һәм башҡа тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәре килгәндә ут 48 кв.м., майҙанлы йорттоң тыш яғына уҡ сыҡҡан була. 00:25 минутта ут һүндереп бөтөлгән.
"Әлеге ваҡытта янғындың килеп сығыу сәбәптәре асыҡлана. Оператив тәфтиш төркөмө һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре тәүтикшереү эштәре алып бара" - тиҙәр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Башинформдан.